Башҡортостан Ҡыҙы

«Мин бары тик ябай ҡатын-ҡыҙ...»

«Мин бары тик ябай ҡатын-ҡыҙ...»Йәнде имләр йылылыҡ ағылған ғәжәйеп аҡыллы ҡараш. Һәр һыҙаты камил һөттәй аҡ йөҙ. Оло сәхнәләр түрен биҙәр һомғол буй-һын. Музыка белеменә эйә, халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарған был һылыуға уҡытыусылары, туғандары яҡты йондоҙ яҙмышы юрай. Юрағандары юш килә. Тик сәхнәлә түгел, фән күгендә иң сағыу йондоҙ булып балҡый ул. Башҡорт дәүләт университетының экология һәм ботаника кафедраһы профессоры, республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә илдә, донъяла тәбиғи фәндәр мөхитендә танылған ғалимә Майя Мөнир ҡыҙы Ишморатова халҡыбыҙҙың тәбиғәтте ололап, йәнләндереп, күҙ ҡараһылай күреп ҡабул итеү фәлсәфәһен ҙур тәғлимәт итеп күтәреп, ғилми нигеҙ менән нығытыуға өлгәшкән. Уны фән тауына алып килгән юлдар, мөхәббәт һәм бәхет сере, әсәлек шатлығы һәм… алтын тамыр менән орхидеялар хаҡында әңгәмәбеҙ.

– Кеше ғүмер буйы бала сағы менән һөйләшәлер. Бәләкәй ваҡытым хәтирә­ләренә күҙ һалам да, киләсәгем шул әкиәти осорҙа билдәләнгән икән, тием. Ул йылдарҙа яҙҙарым, йәйҙәрем атайымдың әсәһе – Ҡырмыҫҡалы ра­йоны Боҙаяҙ ауылында ғүмер иткән Гөлсирә өләсәйем янында, әсәйемдең Стәрлебашта йәшәүсе ата-әсәһе – Шәйхиғаттар олатайым менән Минсрур өләсәйем эргәһендә үтте. Минең кеүек үк Утлы ат йылында, тик биш мөсәл алда тыуған, йәғни алтмыш йәшкә өлкәнерәк Гөлсирә өләсәйем менән бигерәк тә яҡын йәндәштәр була торғайныҡ. Карауат аҫтындағы ҙур ояла ултырған ҡаҙҙы ҡуҙғытып, йомортҡаларын ут яҡты­һында ҡараусы өләсәйемдән түҙемһеҙ­ләнеп: «Ҡасан сыға инде бәпкәләр?» – тип һорауым, һары бәләкәй йомғаҡтай ҡаҙ балаһының йомортҡаны тишеп, «пип-пип» тип наҙлы тауыш биреүе, уны тәүге тапҡыр ҡулға алғандағы хистәр – барыһы ла әлегеләй күҙ алдында. Хатта танауымда шул бәпкәнең ҡабатланмаҫ еҫе бөтә тулылығында һаҡланған. Аҙбар еҫе, саҡ яуып үткән ямғыр һеңгән тупраҡ еҫе, йәйге болондоң баштарҙы әйләндергес хуш еҫе бала сағым сағылыштары булып мине бөгөн дә оҙатып бара кеүек. Бармаҡ осондай ғына бөжәктең дә, һәр сәскә һәм үләндең дә йәне барлығына ышана торғайным. Сәскә тажына ҡунған ысыҡ күҙ йәше булып күренһә, өҙөлгән үлән ҡыяғынан тамған йәшел һутты уның ҡаны тип уйлай инем. Кескәй донъямдың айырылғыһыҙ өлөшө булған был мөғжизәүи мөхитте сикһеҙ яратыуым аҡрынлап ҙур ҡыҙыҡһыныуға әүерел­гәндер, моғайын.
«Мин бары тик ябай ҡатын-ҡыҙ...»
БДУ-ның биология факультетына ла, һис шикһеҙ, булмышымды биләгән ошо ҡыҙыҡһыныу алып килде. Киске бүлектә уҡыу менән бер рәттән үҫемлектәр физиологияһы кафедра­һында эшләгәндә һайлаған юлымдың тап минеке икәнлегенә инандым. Ижади, ғилми эҙләнеүҙәр мөхитендә фәнгә ылығып китеүем иһә тәбиғи. Санкт-Петербург дәүләт универси­тетының биотехнология һәм генетик инженерия факультетында стажировка үтеүем, артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының Ботаника баҡсаһында эшләүем үҫемлектәр донъяһының бөтмәҫ серен асыу юлын­да тәүге етди аҙымдар булғандыр, тип уйлайым.

– Һеҙ Ирәмәл алтын тамырын өйрәнеүгә егерме йылдан артыҡ ғүмерегеҙҙе арнағанһығыҙ...
– Көньяҡ Уралдың бейек тауҙарында үҫкән алтын тамыр – бөгөн хәле бик ауыр булған бармаҡ менән һанарлыҡ төрҙәрҙең береһе. Ул ғәйрәтте артты­рыусы, организмды таҙартыусы ғәйәт ҙур көскә эйә. Башҡорттар уны дарыу үләне булараҡ файҙаланмаған. Тәбиғәткә ифрат ҙур һаҡлыҡ менән ҡараған халҡыбыҙ уның, ысынлап та, алтындан ҡиммәт булыуын, миһырбанлыҡ менән ҡарағанда ғына юғалмаҫын белеп, өҙөргә ҡулы бармағандыр, тип фараз ҡылам. 60-сы йылдарҙа был үҫемлектең дауалау үҙенсәлектәре киң асыҡлана. Алтай алтын тамырының ҡөҙрәте менән таныш туристар уның башҡорт төрҙәшен күреп, аямайынса, ҡомһоҙ­ланып ҡыйрата башлай. Ә Ирәмәл алтын тамыры 15 – 20 йыл үҫкәндән һуң ғына сәскә ата бит! Ата һәм инә үҫемлек йәнәш урынлашҡанда ғына орлоҡ бирә. Кандидатлыҡ диссертацияһын уға арнауыма ғына түгел, юғала барыусы хазинаны һаҡлап ҡалыу алымдарын булдырыуға ҙур өлөш индереүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Әле лабора­торияларҙа быяла пробиркаларҙа клонлау ярҙамында үрсетелгән Ирәмәл алтын тамыры ҡурсаулыҡтарға, тәбиғи үҫә торған урындарға күсереп ултыртыла. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына уның эндемик, йәғни тик беҙҙең тупраҡта таралған үҫемлек итеп индереү өсөн дә күп көс һалынды.

– Ҡырағай орхидеялар, ләләләр, кәкүк ҡатаһы, ҡәнәфер ҙә – һеҙҙең һәм шәкерттәрегеҙҙең ғилми иғтибарын тойоп, ҡурсалауға алынған сәскәләр.
– Тап шулай. Сәскәләрҙең йәне юҡ, тип йөрәкһеҙ кеше генә әйтер. Башҡортостаныбыҙҙағы 37 төр ҡырағай орхидеяның 30-ы, һирәк осраусы булараҡ, Ҡыҙыл китабыбыҙға индерел­гән. Нәзәкәтле, наҙлы был сәскәләрҙең ҡайһы бер төрө бик ҡырыҫ шарттарҙа, башҡа бер үҫемлек тә тамыр йәймәгән ерҙә, мәҫәлән, элекке хромит ятҡылыҡтары өҫтөндә үҫеүен нисек аңлатырға? Сәскә атыу осоронда тик иңкештәрҙән, һағыҙаҡтарҙан һеркәлә­неүен, уларҙы йәлеп итеү өсөн феромонға оҡшаш хуш еҫ сығарыуын, таждарының был бөжәктәргә оҡшап үҙгәреүен күрәбеҙ ҙә ғәжәп итәбеҙ һәм уларҙың эволюция серен асырға тырышабыҙ.
«Ҡәҙимге кеше ҡырағай орхи­деяларҙы күрмәйенсә йәшәй ала бит. Ниңә уларҙы өйрәнеү, һаҡлау өсөн шул хәтлем зиһен ҡеүәте, ваҡыт, көс түгергә?» – тигән һорау тыуыр бәғзе берәүҙә. Гүзәл орхидеялар, уларҙы ҡурсалаусы аҡыллы зат кеше һымаҡ, – тереклектең бер өлөшө. Ер йөҙөндә тереклектең бер төрө юҡҡа сыға икән, кешегә лә шул ҡурҡыныс янай түгелме?

– Тимәк, был сәскәләрҙе өйрәнеүгә арналған ғүмерегеҙ осорҙарын улар исеме менән атарға булалыр?
– Һис арттырыу булмаҫ улай тип әйтеү. Ғүмерҙең ҡайһы осорон ғына алып ҡараһаң да, минең өсөн бик ҡәҙерле. Мәҫәлән, ирем Айрат Рим улы Ишбирҙин менән БДУ-ның Сибай филиалында эшләгән йылдарҙы һаман һағынып иҫкә алабыҙ. Унда 1998 йылда беҙ бер төркөм йәш ғалимдар менән бергә билдәле фән әһеле Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүрин саҡырыуы буйынса ҡайттыҡ. Ҡолас йәйеп эшләрлек шарттар тыуҙырған аҡһаҡалыбыҙ беҙҙе татыу ғаилә итеп тупланы. Бында үҙебеҙ ҙә фәнни нигеҙҙә Көньяҡ Урал тәбиғәтен өйрәнеүсе йәштәргә остазға әүерелдек. Күңелебеҙҙә иң яҡты хәтирәләр ҡалдырған, ғилми эшмәкәр­легебеҙ өсөн үтә әһәмиәтле ул дәүер артабан һәр беребеҙҙең үҙ фәнни мәктәбен булдырыуына этәрҙе. 2002 йылда Түбәнге Тагилда үткән Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһында сығыштарыбыҙҙы күтәреп алып, «Сибай институты барлыҡ Рәсәй өсөн популяцион биология үҙәгенә әйләнде» тип юғары баһалауҙары әле лә оноторлоҡ түгел.

– Һеҙ етәкселек иткән репродуктив биология һәм үҫемлектәрҙе клонлау лабораторияһы һирәк осраусы һәм юғала барған үҫемлектәрҙе үрсетеү менән шөғөлләнә. Ни өсөн ошо алым хаҡында таң ҡалып һөйләгәндәрен ишеткәнебеҙ юҡ?
– Сөнки лаборатория шарттарында үҫемлектәрҙе клонлау – киләсәк эше түгел, күптән ғәмәлгә ашырылған ысынбарлыҡ. Клонлау бер ағасты икенсеһе менән ялғаусы баҡсасыларға аңлашылалыр, тип уйлайым. Тик лабораторияларҙа ҙур ағастар түгел, бик бәләкәй үҫемлектәрҙе быяла һауыттарҙа үрсетәбеҙ. Орлоҡ йәки ағастың, тамырҙың, япраҡтың бер өлөшөн алып, стерилләйбеҙ ҙә шундай уҡ үтә таҙа туҡлыҡлы мөхиткә урынлаштырабыҙ. Ҙурая барған үҫемлекте йыл дауамында әллә нисәгә бүлеп, сикһеҙ һандағы күсермәләрен алырға мөмкин.
Был ғилми тикшеренеүҙәр өсөн генә түгел, ғәмәли маҡсатта ла эшләнә. Мәҫәлән, әле Евросоюз санкциялары арҡаһында сит илдән емеш-еләк килеүен кәметеүгә яуап итеп, республика питомниктары заказы буйынса ҡарағаттың, алманың мул уңышлы сорттарын быяла һауыттарҙа үрсетәбеҙ.
«Үҫемлекте нисек һаҡларға?» – ти­гән һорауға яуап табыу тәрән биологик белемдән башҡа мөмкин түгел. Ялан экспедицияларына күп ваҡыт бүләбеҙ. Лабораториябыҙ университет, факультет етәкселеге ярҙамында заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған. Был йүнәлештең гранттар рәүешендә дәүләт тарафынан хупланыуы ҡыуаныслы.

– Фән донъяһында уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәй сифаттар мөһим?
– Тәрән ғилемде ҡулланып, мәғлүмәтте анализлай белеүҙән тыш, фән фиҙакәрлек, ныҡышмалылыҡ, ваҡытты дөрөҫ бүлеүҙе талап итә. Тағы ла бер сифат зарур – үҙ-үҙеңә ышаныу. Тәүге аҙым яһаған сабыйға ата-әсә ҡеүәте ышаныс биргән кеүек, остазың таянысы ла оло көс өҫтәй. Үҙемдең уҡытыусыларыма, мәҫәлән, профессор­ҙар Р.Р. Әхмәтовҡа, И.Ф. Сацыпероваға ҡарата күңелемдә мәңге рәхмәт тойғолары йөрөтәсәкмен. Уҡыусыла­рымдың яҙмышын да йөрәгем аша үткәреп, улар өсөн ҙур яуаплылыҡ тоям. Фәндәге асыштарың халыҡҡа файҙа килтермәһә, юлыңды дауам итеүсе шәкерттәрең-фекерҙәштәрең булмаһа, эҙләнеүҙәрең бер ни тормай. Был йәһәттән мин уңдым, тип уйлайым. Уҡыусыларымдың һәр береһенең, заман ауырлығына ҡарамайынса, үҙҙәренә тәғәйен урынды табыуына шатланам.

– Тормош юлдашығыҙ, БДУ-ның ботаника һәм экология кафедраһы профессоры, биология фәндәре докторы Айрат Ишбирҙин менән берлектә һеҙ нигеҙ һалған ғилми йүнәлеш – «Һирәк осраусы үҫемлектәр­ҙең популяцион биологияһы» сиктәрендә эшләнгән яңы алымдар бөтә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә киң ҡулланыла. Ике ҙур ғалимдың емешле хеҙмәттәшлегенә иң элек һөйөү тигән оло хис сәбәпсе тип күҙ алдына килтерәбеҙ.
– Бер-беребеҙҙе тын алышынан, күҙ ҡарашынан тойоуыбыҙ эшебеҙҙә лә ныҡ ярҙам итә. Тикшеренеүҙәр ваҡытында бер үк күренеште уның бер юҫыҡтан тотоп алыуы, минең икенсе яҡтан күреүем йыш ҡына көтөл­мәгән асыштарға килтерә. Ғүмер буйы уның киң яҡлы талантына, юғары һөнәри кимәленә һоҡланам. Иремдең эшмәкәрлек даирәһе популяцион биология менән генә сикләнмәй. Телебеҙҙе бөтә нескәлегендә белеүе һөҙөмтәһендә Ҡыҙыл китаптағы үҫемлектәр исемен башҡортсаға камил тәржемә итһә, археология буйынса ғилеме «Өфө-2» ҡаласығы табыштарын фәнни баһалау мөмкинлеген бирҙе. Ул – бал сифатын тәменә ҡарап билдәләүсе донъя кимәлендә танылған белгестәрҙең береһе. Ә өйҙә Айрат – балалар өсөн йән атҡан, бөтә буш ваҡытын уларға арнаған атай. Кәрәк икән, ашарға бешерә, сынъяһау итеп мунса һала, йорт төҙөй. Ошо аҫыл ир-азаматтың сабыйҙарымдың атаһы булыуы өсөн Хоҙайыма рәхмәтлемен. Һөйөү ул, беҙҙеңсә, – донъяға ҡәҙерлең күҙҙәре менән бағыу. Был хисең йүнәлтелгән кеше хаҡында эскерһеҙ хәстәрлек күреү…
«Мин бары тик ябай ҡатын-ҡыҙ...»
– Булмышығыҙҙы бөтөнләй башҡа яҡтан балҡытҡан бәләкәстәрегеҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙсе.
– Игеҙәктәр Айгөл менән Наҙгөл – бик оҙаҡ, зарығып көтөп алған, үтә лә танһыҡ һәм татлы бәхетебеҙ. Быйыл уларға ете йәш туласаҡ. Миңә әсәлек бәхетен 43 йәштә генә татырға насип булды. Бәпестәремде көткәндә шатлы­ғымдан күктең етенсе ҡатында йөрөгәндәй тойҙом. Табип, борсолоп, өс тапҡыр дауаханаға һалғас, тәүгеһендә – «Үләнле үҫемлек­тәрҙең орлоғо», икенсеһендә – «Башҡортостан ҡурсаулығы орхидеялары», өсөнсөһөндә «Үҫемлектәр онтогенезы» тигән китаптарҙы яҙҙым. Йөрәк аҫтында йөрөгәндә үк икеһе ике холоҡло – Наҙгөлдөң тыныс, Айгөлдөң тиктормаҫ икәне билдәле ине. Наҙгөл – ижади булмышлы, хисле ҡыҙ, кисереш­тәрен шиғри юлдарға һала. Айгөл, киреһенсә, орсоҡтай етеҙ, әүҙем, күңелендәгеһен һүрәттәр менән еткерә. Бәләкәй балаларҙың донъяны танып белеү һәләте иҫ киткес ҙур, шуға күрә уларға мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт биреп өлгөрөргә тырышабыҙ. Ейәнсәрҙәрендә үҙҙәренең дауамын күргән әсәйем Рәйҙә Ғаттар ҡыҙы менән атайым Мөнир Арыҫлан улының, ҡәйнәм Маһинур Ғарифулла ҡыҙының, ғөмүмән, ике яҡ нәҫелдең иң матур сифаттары уларға күсһен, тибеҙ. Сит телдәр, хореография, һүрәт төшөрөү, тхэквондо, бассейн, шахмат уйнау, концерттар – яныбыҙҙа йәшәүсе әсәйем ярҙамлашмаһа, быларҙың күбеһенә ирем менән икәү генә йөрөтә алмаҫ инек. Ул ейәнсәрҙәрен уҡырға, тегергә, бәйләргә өйрәтә. Элекке математика уҡытыусыһы булараҡ, үҙ фәненә ылыҡтыра. Әсәйем күрһәткән бөткөһөҙ ярҙамды үлсәр бизмәндәр юҡ, уға бул­ған сикһеҙ рәхмәттәремде белдерергә телем ҡөҙрәте етмәҫ. Ә мин – бәпес тапҡандан һуң туғыҙ айҙан эшкә сыҡҡан, үҙебеҙ ныҡлап олоғайғансы ҡыҙҙарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырырға тейешлегебеҙҙе аңлаған, уларҙың килә­сәге өсөн борсолған ҡәҙимге әсә. Өйҙә лә, эштә лә берҙәй өлгөрөргә тырышып, һәр минутын иҫәпләгән, ҡомалаҡ сүпрәһенән көн дә икмәк һалған, йүгерә торғас, кисен арып туҡтаған һәм ошоларҙан иҫ киткес ҡәнәғәтлек алған ябай бер ҡатын-ҡыҙ.

– Бәхет сере, һеҙҙеңсә, нимәлә?
– Үҙ-үҙең һәм һине уратып алған донъя менән килешеп ғүмер кисереүҙә. Һәр ваҡиға беҙгә һынамаҡҡа бирелә. Эш уны аңлап ҡабул итеү-итмәүебеҙҙә, килешеү-килешмәүебеҙҙә генә. Гөлсирә өләсәйем яҡты донъяларҙан йөҙҙө үткәс китеп барҙы. Һуғыш юғалтыуҙарын кисергән өләсәйемдең, уның замандаш­тарының тормошо еңел булғанмы ни? Ләкин был быуындың күп вәкилдәренең оҙон ғүмерлелек сере – әҙәм күтәргеһеҙ ҡайғыла ла, сикһеҙ шатлыҡта ла тигеҙлекте һаҡлай белеүҙә. Ата-бабаларыбыҙ тормоштарындағы күп ваҡиғалар менән килешмәһәләр ҙә, үҙгәртә алмаҫтарын аңлап, уларҙы ҡабул иткәндәр. Тәрән аҡыл менән һуға­рылған ошо фәлсәфәне мин тәбиғәттә, дөрөҫөрәге, үҫемлектәр донъяһында сырамытып, таң ҡалам. Йәнлектәр үҙҙәре йәшәгән ер оҡшамай башлаһа, урынды алмаштырыу яғын ҡарай. Үҫемлектәр иһә, һауа торошо түҙгеһеҙ ҡырыҫ, тупрағы тау-ташлы, ярлы булһа ла, барыһын ҡабул итеп, тамыр йәйгән еренә тоғролоҡ һаҡлап, яраҡлашып йәшәүен дауам итә…
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook