Башҡортостан Ҡыҙы

Һаҡсыллыҡ – күркәм сифат

Һаҡсыллыҡ – күркәм сифат Уның үҙе булдырған матур донъяһы бар: «Мөхәббәтле миҙгел» тип атала ул. Интернет киңлектәрендә унда күптәр фәһемле кәңәштәр, фекерҙәштәр таба, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәр ихлас теләктәрҙән ҡанатланып киткәндәй була, хужабикәләр тәмле-тәмле рецептар менән уртаҡлаша. Уның барыһына ла ваҡыты, иғтибары, иң мөһиме ихласлығы етә! Һүҙ – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» телеканалы мөхәррире, «Бәйләнештә» сайтында бихисап ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан яратып ҡабул ителгән «Мөхәббәтле миҙгел» төркөмө етәксеһе Гөлназ Ишемғолова хаҡында. Гөлназдағы ихласлыҡ, ябайлыҡ һоҡландыра, үҙенә ылыҡтыра. Ул тәҡдим иткән тәмле лә, ябай ҙа рецептар өлгөһөндә күп кенә йәш ҡыҙҙар, килендәр аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөнә. Шулай уҡ оҫтабикә тормош көткәндә беҙ күп ваҡыт иғтибар итмәгән, илтифат бирмәгән күренештәрҙе бөтөнләй икенсе яҡтан асып бирә, файҙалы яҡтарын күрһәтә, һаҡсыллыҡҡа өйрәтә. Бөгөн ошо төркөмдәге яҙмалар араһынан тап ана шундайҙарына туҡталдыҡ, Гөлназдан «үҙе асҡан хәҡиҡәттәре» менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
Журнал уҡыусыларға ул бер нисә үҙенсәлекле рецебын тәҡдим итте.

Орлоҡтан тәмләткес
Һарымһаҡ тигәндән, күптәр уны йыйып алғас, һабағын, орлоғон ташлай. Мин һарымһаҡ орлоғонан ҡышҡылыҡҡа йәшел тәмләткес әҙерләйем. Ашҡа һалып та, иткә ҡушып та, икмәккә һылап та ашарға була. Аппетитты ла күтәреп ебәрә. Һарымһаҡ орлоғон, кишер, укропты ит турағыстан үткәрәһең дә, самалап тоҙ ҡушаһың. Бәләкәй банкаларға тултырғас, бер ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәргә. Бындай тәмләткесте мотлаҡ һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Гөлназдан тағы ла бер нисә «сер»:
*Манты, билмән ҡамырына аҙ ғына көнбағыш майы ҡушам. Ҡамыр тәмлерәк тә, һығылмалыраҡ та була.
*Ашҡа тип әҙерләгән ҡоротҡа туралған укроп ҡушып йомарлап туңдырам. Ике тәмләткестең бергә булыуы бик уңайлы.
*Татлы бәлеш бешергәндә әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҙурырағын табаға йәйеп һалғас, манный ярмаһы, кеҫәл йә картуф крахмалы һибергә кәрәк. Шунан һуң туралған алма, ҡарағат йәки башҡа емеш һалабыҙ, аҙаҡ ҡына мул итеп шәкәр һибәбеҙ. Ошолай эшләгәндә эслектең һуты ағып сыҡмай.
*Аҡ май йәки маргарин ҡушып ҡамыр баҫҡандан һуң, бер ваҡытта ла тышҡы ҡағыҙын ташламайым. Шуның менән табаның эсен майлайым.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.


Гөлназ Ишемғолованың башҡа төрлө файҙалы кәңәштәре журналдың 10-сы һанында.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook