Башҡортостан Ҡыҙы

Минең өлгөр әсәкәйем

Минең өлгөр әсәкәйем
Әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә – бер йыл. Ҡайғыны һағыш алмаштырҙы. Күңелде йыуатырға һәм йылытырға әсәйле саҡтың матур иҫтәлектәре ҡалды.

…Әсәйемдең был донъяға килеү тарихы мауығып уҡылған бер роман кеүек. Үткән быуаттың 30-сы йылдары. Ауылда колхозлашыу осоро, синфи көрәштең ҡыҙған мәле. Йылайыр районы Юлдыбай ауылында йәшәүсе өләсәйемде – ул ваҡытта йәп-йәш, ҡалаҡҡа һалып йотмалы һылыу ҡыҙ Ҡәбиҙәне – кейәүгә бирәләр. Кейәү кеше – урта хәлле егет, ауылдың маллы-болло ғаиләләренең бере­һенән. Өйләнешеүҙәренә күп тә үтмәй, уның ирен дә, ҡайны-ҡәйнәһен дә кулактар иҫәбендә Себергә оҙаталар. Ә Ҡәбиҙә тороп ҡала. Ауырлы булыуы сәбәпсе буламы быға, әллә уға күҙ атып йөрөгән Баймырҙаның ҡатнашлығымы – былар инде бер ҡасан да асылмаҫ сер. Их, өләсәйем тере булып, шул тарихты хәҙер һөйләтеп булһа икән! «Бабай мине мылтыҡ тотоп ҡарауыллап ятты, һылыу булдым бит мин», – тип һөйләгәне генә иҫтә.

Шулай итеп, әсәйемдең яҙмышы ҡарында саҡта уҡ хәл ителә һәм ул Баймырҙаның һөйөклө, наҙлы берҙән-бер ҡыҙы булып үҫә. Әгәр ҙә өләсәй теге ваҡыт бөтә ғаиләһе менән һөргөнгә оҙатылһа, ни булырын әйтеүе лә ҡыйын. Ҡайта алдымы уның тәүге ире һәм ҡайны-ҡәйнәһе Себерҙән, әллә шунда төпләндеме – былары ла мәңге сиселмәҫ йомаҡ булып ҡалды.

Юлдыбай мәктәбен тамамлағас, әсәйем Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Буласаҡ тормош иптәше менән улар шунда таныша. Училищены тамамлауҙарына бер йыл тигәндә Баймаҡ районының Ирәндек итәгендә ятҡан Иҫәнбәт ауылы егете, минең буласаҡ атайым Рәфҡәт Әхмәтзәки улы Лотфуллин ҡыҙ һоратырға килә. «Кейәү «Азамат»ты йырлап килеп инде. Ап-аҡ күлдәктән, ҡара салбарҙан ине», – тип һөйләй торғайны өләсәйем...

…Әсәйемдең уңған хужабикә булыуы тураһында һөйләгән бер күренеште һис оноторлоҡ түгел. Ҙур сөгөнөбөҙ була торғайны. Кешенең һауыт-һабаһы бик самалы булғандыр инде, шул сөгөнөбөҙҙө күрше-тирә генә түгел, бөтә ауыл рәхәтләнеп тотондо. Берәйһе алып тора ла кире килтермәй. Унан икенсе берәү алып киткән, унан – өсөнсөһө... Мин санамды һөйрәп, өйҙән өйгә йөрөйөм, шунан арғы урамдан саҡ табып алып ҡайтам баяғы сөгөндө. Манты бешерә торған махсус кәстрүл дә ауылда иң тәүҙә беҙҙең өйҙә барлыҡҡа килде. Ул да шулай өй беренсә «сығып китә торғайны».

Бер ваҡытта ла өгөт-нәсихәт уҡыманы ул беҙгә, тыныс ҡына үҙ өлгөһөндә эшләргә өйрәтте. Унан күреп, беҙ – дүрт ҡыҙы – балсыҡ баҫтыҡ, йорт һыланыҡ, өй йыуҙыҡ, емеш-еләккә йөрөнөк, Һаҡмарға төшөп кер йыуҙыҡ. Арыным, тимәне, бер ваҡытта ла бер эштән ялҡманы. Үҙ-үҙенә ышанысы ныҡ булдымы, әллә атайыбыҙ янында үҙен шул тиклем ҡурсаулы тойҙомо, һәр хәлдә ниндәйҙер тантаналы күңел тыныслығы бар ине әсәйемдә. Өйөбөҙҙә йылы ҡот, илаһи һиллек тыуҙырырға ла ошо сифаты булышлыҡ иткәндер, моғайын…
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook