Башҡортостан Ҡыҙы

Ысын уҡытыусы ине...

Ысын уҡытыусы ине...
Минең әлеге яҙмам – хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәшиҙә Баязитова хаҡында тәрән ихтирам һәм яҡты хәтер билгеһе, ул уҡытҡан һәм тәрбиәләгән йөҙәрләгән уҡыусының күңел түрендә һаҡланған оло рәхмәте сағылышы.

…Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы Баязитова Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында теүәл бер быуат элек – 1917 йылдың ҡар-буранлы декабрендә донъяға килгән. Зирәк ҡыҙ, болғауыр замандың ҡаршылыҡтарына, юҡсыллығына ҡарамай, аң-белемгә ынтыла һәм 1936 йылда Бөрө педагогия техникумын уңышлы тамамлай. Был ваҡытҡа тормошҡа сығып өлгөргән Рәшиҙә Баязитованың ғаиләһен, уҡытыусылар етмәгәнлектән, төрлө урындарға күсереп йөрөтәләр. Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа уға Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес, Белорет районының Ғәбдүк ауылдарында уҡытырға тура килә. Тормош юлдашын һуғыштың тәүге көндәрендә тигәндәй фронтҡа оҙата, әммә Рәшиҙә апаға һөйөклө ирен, ике генә йәшлек кескәй Робертҡа ҡәҙерле атаһын көтөп алыу насип булмай: уҡытыусы Лотфулла Ҡолоҡаев икһеҙ-сикһеҙ яу яландарында хәбәрһеҙ юғала...

…Уҡытыусыбыҙ һәр саҡ беҙҙең уңыштарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды, көнитмешебеҙ хаҡында хәбәрҙар булды. Уҡыусыларының ҡаҙаныштары өсөн ысын күңелдән шатланыр, ғорурланыр ине. Ә улар араһында абруйлы уҡытыусылар ҙа, танылған табиптар ҙа, башҡа һөнәр эйәләре лә күп. Башланғыс кластарҙа Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙының ҡулында уҡып, артабан үҙе лә ошо изге һөнәрҙе һайлап, оҙаҡ йылдар уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдир, мәктәп директоры булып эшләгән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Нәсиә Йосопова, күренекле нейрохирург, профессор, Башҡортостан хирургтары араһында «Алтын скальпель» эйәһе һәм «Йыл кешеһе» булып танылған Марат Вәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Хәмзә Сурағоловтарҙы телгә алып үтеү ҙә етә. Бына Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙының хаҡлы ялға сыҡҡанда уҡыусыларына яҙып ҡалдырған һүҙҙәре: «Хоҙайға шөкөр, 37 йылға һуҙылған яратҡан эшемде тамамлап, хаҡлы ялға китәм. Һөйөклө ҡошсоҡтарым! Осҡан күгегеҙ киң һәм иркен, ҡунған ҡаяларығыҙ ныҡ булһын! Тәрбиәләп оҙатҡан балаларымдың – һәр уҡыусымдың тормош юлы аҡ булып, ғүмер буйы бәхетле йәшәһен. Ысын кеше булһындар. Йөрәгегеҙҙе мәрхәмәт һәм намыҫ ташламаһын, ҡәҙерлеләрем! Иң изге теләктәр менән, мин – апайығыҙ. 27.05.1973 йыл».
Зәйтүнә ЯМАНҺАРОВА,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
Архангел районы,
Көмәрле ауылы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Уҡытыусы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook