Башҡортостан Ҡыҙы

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРҘЫ ЛА БАТЫР ЯҺАНЫ

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРҘЫ ЛА БАТЫР ЯҺАНЫ …Мәфтуха Мусина Әбйәлил районының Үтәгән ауылында тыуып үҫһә лә, бала сағының иң тетрәндергес хәтирәләре Юлдаш ауылы менән бәйле. Был, моғайын, һуғыш осоро менән тап килгәнгәлер. Мәхмүзә апаһы, үҙе колхоз эшенән бушамау сәбәпле, бәләкәй ике малайын ҡаратыр өсөн һеңлеһен үҙе янына Юлдаш ауылына алып китә. Икенсе көндө үк бригадир Мәфтухаға иген утарға сығырға ҡуша. Шулай итеп, ҡыҙ бесән сабыу, кәбән ҡойоу, иген урыу кеүек ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәренә егелә.

Ҡыш еткәс, Белорет урмандарына бүрәнә тартырға кешеләр һәм аттар ебәрергә, тигән разнарядка килә. Ауылда ирҙәр юҡ, йәш кенә ҡыҙҙарҙы оҙаталар, аттар урынына үгеҙ егәләр. 1942 йылдың ноябрендә Рәзифә исемле тиңдәше, хәлһеҙләнеү арҡаһында хеҙмәт армияһынан бер ай ялға ҡайтарылған Мулләхмәт ҡарт менән Мәфтуха Ҡағыға китә. Ҡыҙҙың өҫтөндә юҡ: һуғышта йөрөгән ағаһының салбарын, еҙнәһенең пәлтәһен кейергә мәжбүр була. «Үгеҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, дәүләт милкен юҡ иткән өсөн – төрмә!» – тип янап ҡалалар уларға. Репрессия йылдарында саҡ-саҡ һөргөнгә ҡыуылмай ҡалған ата-әсәһе лә ҡыҙҙарына нисек тә түҙергә, малҡайын яҡшы ҡарарға ҡушып ҡала. Ҡотом ҡушаматлы үгеҙ эләгә уға…

…«Үгеҙемде ектем дә, ҡалған ярты кәтилүк картуфымды санаға ултыртып, юлға сыҡтым. Ҡараңғы төн. Үгеҙ юлдан сыға ла китә, баҡһаң, һыуһап, ҡар ашарға ынтыла икән. Баламын бит инде, уны һуғарып сығырға кәрәклеге башыма ла инмәгән. Күҙ асҡыһыҙ итеп ябалаҡлап епшек эре ҡар яуа башланы, бер нәмә күренмәй. Ялан ерендә аҙашыр инем, ике яҡтан өҫкә ҡолап барған ҡарағай урманында юл берәү генә», – тип дауам итте ғибрәтле тарихты әңгәмәсем.

Тубыҡтан ҡар йырып килгән ас үгеҙҙең тамам хәле бөтә, бына-бына йығылыр кеүек. Мәфтуха бер аҙ картуфын балта менән тураҡлап, Ҡотомдоң алдына ҡуя. Хужабикәһенә рәхмәт йөҙөнән хайуан бер ни тиклем араны атлай ҙа йәнә ҡарыша. Ҡыҙыҡай хәйләләшергә була: картуф туралған кәтилүген үгеҙгә күрһәтә лә, алға йүгереп барып, «Ҡотом, кил!» – тип саҡыра. Меҫкен йән эйәһе, санаһын һөйрәй-һөйрәй, алға ынтыла. Ул томшоғо менән киҫәктәрҙе берәм-берәм эләктереп сәйнәгәнсе, ҡыҙыҡай кәтилүген һонған килеш тағы әллә күпме йүгереп өлгөрә. Бушағас та, кәтилүкте болғап, үгеҙҙе әүрәтеп ҡарай, ләкин бер-ике рәт алданғас, тегеһе атлауҙан ҡырҡа баш тарта. Санаға ултырып туйғансы илағас, Мәфтуха бер ҡарарға килеп, тәүҙә үгеҙҙе туғара, мөгөҙөнән арҡан менән санаға бәйләй һәм үҙе үгеҙ ҡамытын муйынына кейеп, тәртәләрҙе ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, бар көсөнә йөктө һөйрәй башлай. Тик бәләкәй генә ас ҡыҙ ауыр йөктө күпме һөйрәй алһын инде? Ул хәлһеҙләнеп туҡтауға үгеҙ ҙә ҡолай.

Ҡотом ҡыҙға тилмереп ҡарап тик ята. Мал булһа ла, йәне аяулы бит, үлтермә, яҙмышым һинең ҡулыңда, тип әйтергә теләгәндер инде. «Әле булһа күҙ алдымда ошо йәлләткес ҡараш. Шул ваҡыт әсәйем яныма килеп баҫҡандай булды. Үгеҙҙе алып ҡайт, берүк, хөкөм итерҙәр, тип ялбарған кеүек итте ул. Әллә йоҡомһорап китеп төш күрҙем инде…».

…Мәфтуха Мусина һикһәненсе йылдарҙың башында Мөштәжәп Абдрахмановты Асҡар дауаханаһында тап итә. «Күрешкәндә ун ике йәшлек кенә малай инең, шулай ҙа таныным бит һине. Минең йәндәй күргән Ҡотомдо алып киткәйнең, ҡайҙа илттең уны?» – тип шаярта.

– Эй апай, минең нисек яфаланғандарҙы белһәң, – тип Мөштәжәп ағай хайуанды ҡырҡ ыҙа менән алып ҡайтып тапшырыуы һәм уның колхозға тағы әллә күпме хеҙмәт итеүе тураһында әйтә. – Еңеү беҙҙең ише бала-сағаның, һыйыр-үгеҙҙәрҙең көсө менән дә яуланды бит, – тип өҫтәй.
Мөштәжәп һөйләгәндәрҙән Мәфтуханың хәтерендә шуныһы ныҡ ҡалған: дүрт-биш саҡрым юл үткәс, үгеҙ көрткә бата ла ҡуя. Бала, көрәк эҙләп, кире Әбделғәзегә китә. Көрәк ул заманда алтынға торошло, биреп торған ҡатын кире алып килеүен үтенә. Мөштәжәп Ҡотомдо ҡаҙып сығарғас, көрәкте кире илтә. «Үгеҙ батҡан һаҙҙы үткәйнем, Ҡаҙмаш ауылына барып сыҡтым. Белгән булһам, көрәкте шунан ғына алып, юл ыңғайы тапшырыр ҙа китер инем», – тип үкенеп һөйләгән булды бахыр. Бына шулай ике бала, күрмәгәнде күреп, бер үгеҙҙе һаҡлап ҡала…
Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook