Башҡортостан Ҡыҙы

Һағыш тулы хәтирәләр

Һағыш тулы хәтирәләр...Йәйге ял ваҡытымда Ленаға ҡайтып, өйҙө һылап, ағартып, эсен йыуып, таҙартып китәм. Ул саҡта Күмертауҙа йәшәй инем, ҡайтып йөрөргә лә уңайлы, йыраҡ та түгел. Әсәйем менән өләсәйем беҙҙе аҙна һайын көтөп тора. Ошо өйҙө, бергә йәшәгән бәхетле минуттарҙы иҫемә төшөргәндә, уларҙың янымда булмауҙары йөрәгемде әрнетә. Эйе, берәү ҙә донъяға мәңгегә килмәгән. Өләсәйемдең беҙҙең аранан киткәндә йәше һикһәндән ашҡайны, ә әсәйемә 62 генә йәш ине, аҙыраҡ йәшәргә ине лә бит... Ғүмерҙең ҡайһы бер мәлдәрен өр-яңынан ҡайтарып булһа икән ул! Даръя йәшеңде ағыҙһаң да, була торған хәл түгел. Әһә, йомро баш, һинең генә теләгең барҙыр шул, беҙ ҙә теләйбеҙ, тиер башҡалар һәм улар хаҡлы булыр. Сөнки мин кисергән тойғоларҙы бүтәндәр ҙә кисерә бит, уларҙың да күңелен нимәлер өйкәйҙер, ҡайғы-һағыштары йөрәктәрен яндыралыр. Әҙәм затының барыһына ла әҙәмсә уйланыуҙар хастыр инде, күрәһең, ниндәйҙер үкенестәр ҙә ҡалғандыр, ҡалмай булмаҫ.
Үкенестәр утында көйөп-яныуым бушҡа түгел. Әсәйем аяғынан яҙып, кеше ярҙамына мохтаж булғас, уны үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Өләсәйем ошо өйөндә япа-яңғыҙы көн итергә тороп ҡалды, үҙ аяғында йөрөп, үҙ йүнен күреү мөмкинлеге булһа ла, ҡарт ине шул... Оҙатырға сыҡҡанда өләсәйемдең беҙгә ҡарап тороуы әле лә күҙ алдымда. «Ташлап китәһегеҙ инде мине, яңғыҙымды, йә, ярар, китегеҙ!» – тигән һымаҡ ине ҡараштары. Зәп-зәңгәр ҙур күҙҙәрендә әйтеп тә бөтөргөһөҙ эске һыҙланыу, ғазапланыу кисерештәре сағыла ине...
Күпме һыуҙар аҡты, күпме ваҡыт йылғалары ташты, донъяның аҫтын-өҫкә килтергән ҡара көндәрҙең ябырылған сағы булды, баш осомда һоро болоттар ҡуйырҙы, ҡояшлы сыуаҡ көндәрем юғалып торҙо, ләйсән ямғырлы яҙҙарым ҡабатланды. Булды, булды... Барыһы ла булды, яҙмышыма үпкәм юҡ, ғүмеремдең ниндәй генә миҙгелендә лә бер генә нәмәне онота алманым – өләсәйемдең шелтәле өнһөҙ ҡараштарын. Ошо ҡараш миңә йоҡоһоҙ төндәремдә гел текләп торҙо, иң бәхетле көндәремдә минең өсөн ҡыуанды, яңғыҙ өшөгән төндәремдә йыуатты, туған-тыумасаларҙы йыйып байрам табындары үткәргәндә хуплап торҙо, бер генә минут та үҙен онотторманы. Өләсәй, ҡәҙерлем минең! Һинең алдыңдағы үкенесемде нисек оноторға? Һинең рухың алдындағы ғәйебемде нисек юйырға?! Юйып та бөтөрлөк түгел... Шулай яҙғандыр, ошо үкенестәремде, яһаған хаталарымды, бер кемде лә ғәйепләмәй, үҙем менән алып китермен әхирәткә...

...Үлгәндән һуң да кешенең өс көнлөк эше ҡала, тиеүҙәре хаҡ икән. Ғүмере буйы эш тип ҡомарланып йәшәгән әсәйемдең өс шәллек мамығы ҡалды. «Эшләйем әле, тимәк, йәшәйем», – тигән маҡсат менән көн иттең бит һин, әсәйем! Һатып алған мамыҡтары шәп ине, нисек уны бәйләмәй ҡалдыраһың инде. Хоҙай Тәғәләм әнәйемдән ҡалған аманатты үтәргә үҙе ҡушҡандыр, ахыры. Ҡәҙерлемдең рухы рәнйемәҫ – өсөһөн дә еренә еткереп, атҡарып сыҡтым, Аллаға шөкөр. Эйе, шәл бәйләү ун биш йыл уҡыу түгел икән дә, теләгең булһа, барына ла өлгөрөргә, өйрәнергә мөмкин. Мең тапҡыр хаҡлы һин, әнәй!
Әнәйемдең ғорур холҡон, юҡ-бар кешегә һыр биреп бармауын да бала сағымдан уҡ яҡшы белдем. Ҡайһы бер ир-ат эштәрен ул булыр-булмаҫ ирҙәрҙән һәйбәтерәк башҡарып ҡуйыр ине. Яңғыҙ ҡатынға, бигерәк тә һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, ауыл ерендә иҫ китмәле ҡыйынлыҡтар һағалап торғанда, тол көйө ике баланы аяҡҡа баҫтырыуы еңел булған тиһеңме ни? Юҡҡа ғына ҡырҡ йәшенән аяҡтан яҙғанмы ни ул?!
...Аш-һыу бүлмәһенән сығып килгәндә, ҡулымдағы сынаяғым сылтырап төшөп ватылды. Күңелем «терт» итеп ҡалды. Йә, Хоҙай, тағы ла ниндәй һынауҙар әҙерләнең миңә?..

P.S. Был яҙманың бәйән ителеүенә байтаҡ йылдар үткән. Ҡәҙерле әсәйемдең яҡты донъянан китеүенә лә 25 йыл тулды. Иң яҡын әхирәттәренең береһе Мәрзиә апай ҙа арабыҙҙан китте, Наҡыя һәм Ғәлиә апайҙар, Аллаға шөкөр, иҫән-һау. Леналағы әсәйем менән өләсәйем йәшәгән өй ҙә хәҙер юҡ...
Миңлегөл ХИСАМОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook