Башҡортостан Ҡыҙы

Әсәлек капиталы хаҡында дүрт һорау

Әсәлек капиталы хаҡында дүрт һорау
Редакцияға килгән мөрәжәғәттәрҙең бик күбе – әсәлек капиталы тураһында. Был аңлашыла ла: журналыбыҙ әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн сыҡҡан баҫма бит. Бөгөн уларҙың һорауҙарына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ яуап бирә.

– Әсәлек капиталын буласаҡ пенсиямдың туплау өлөшөнә йүнәлткәйнем. Шуны кире алырға мөмкинме икән? Мөмкин булһа, бының өсөн ни эшләргә тейешмен?
Әминә СӘЛИМОВА.
Салауат ҡалаһы.

– Эйе, кире алып була. Һеҙ әсәлек капиталын пенсияғыҙҙың туплау өлөшөнә тәғәйенләүҙән баш тартыуығыҙ тураһында Рәсәй Пенсия фондының төбәк идаралығына ғариза яҙырға тейешһегеҙ. Һәм быны пенсияға сыҡҡансы эшләргә кәрәк.

– Йортобоҙҙо төҙөп бөтөүгә икенсе бәпесебеҙ тыуҙы. Һалынған өй өсөн әсәлек капиталын алып буламы?
Илгизә СЫРТЛАНОВА.
Бүздәк районы.

– Әлбиттә, була. Төҙөлгән йорт өсөн сертификат суммаһын тулыһынса йәки өлөшләтә алырға хаҡлыһығыҙ.
Башҡортостанда әсәлек капиталынан 21 миллиард һум ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелеүен әйтеп үтәм.

– Икенсегә ауырға ҡалғас, игеҙәктәр тыуасағын белеп ҡыуандыҡ. Беҙ әсәлек капиталын икеләтә алабыҙмы икән?
Гөлшат САФИНА.
Шишмә районы.


– Юҡ, сертификаттағы сумма икеләтә арттырылмай. Бәпестәрҙең ҡайһыһы икенсе булып тыуыуы мөһим түгел. Әсәлек капиталын ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына алырға хаҡлы.

– Өс сабыйыбыҙҙы баҡсаға йөрөтәбеҙ, өсөһө өсөн дә түләү бик ауырға төшә. Әсәлек капи­талын ошо түләүҙәргә файҙаланып буламы? Әгәр була икән, ғаиләне сертификатлы «иткән» уртансы балабыҙға өс йәш тулғанын көтөргәме?
Юлиә ШАФИҠОВА.
Борай районы.

– Сабыйҙарығыҙ балалар баҡсаһына йөрөгәнгә түләү өсөн әсәлек капиталын уртансығыҙға өс йәш тулмаҫ борон тотонорға мөмкин. Ә бына түләүле мәғариф хеҙмәттәре – юғары уҡыу йортонда, мәктәптә түләп уҡыу өсөн сертификат аҡсаһын уртансы сабыйығыҙға өс йәш тулғас ҡына тотона алаһығыҙ. Ул ойошманың мәғариф хеҙмәттәре күрһәтеүгә хоҡуғы булыуы, Рәсәйҙә урынлашыуы шарт.
Республикала әсәлек капиталынан 635 миллион һум балалар өсөн мәғариф хеҙмәттәренә түләүгә файҙаланылған, шуның 38 миллион һумы балалар баҡсаларына түләүҙәргә киткән.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook