Башҡортостан Ҡыҙы

“Юлдаш” радиоһы әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән

“Юлдаш” радиоһы әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән
Республикабыҙҙың 100 йыллығы алдынан “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Заманында радио студияһына килеп үҙ әҫәрҙәрен уҡыған әҙиптәрҙең әйтер һүҙен туплап, “Тыуған илкәйемде данлайым” исемле аудиокитап сығарған. Шиғри альманахта 100 шағирҙың тауышы урын алған. Шиғырҙар 1956 – 2018 йылдарҙа яҙҙырылған. Һәр автор Башҡортостанға, тыуған ергә, тормош фәлсәфәһенә бәйле бер әҫәрен уҡый, халыҡ шағирҙарының икешәр шиғыры алынған. Һәр бит айырым бер әҙиптең фотоһы, биографияһы менән тулыландырылған.

Рәшит Ниғмәти, Сәләх Күлибай, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Яҡуп Ҡолмой, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Ғәзим Шафиҡов һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең яҙмалары тупланған аудиокитап Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән Грантына сығарылған.

Аудиокитап 2000 дана менән донъя күргән. Дөйөм ваҡыты – 180 минут. Уның төп ҡиммәте – әлегә тиклем “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының архивында ғына һаҡланған иҫтәлекле яҙмаларҙың киң йәмәғәтселеккә сығарылыуында.
Гөлшат ҠУНАФИНА.


Теги: Юлдаш радиоһы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook