Башҡортостан Ҡыҙы

«АҘАШ»ТАН ОНОТОЛМАҪ БҮЛӘКТӘР

«АҘАШ»ТАН ОНОТОЛМАҪ БҮЛӘКТӘР

Башҡортса яҙылған футболка, бокал, алъяпҡыс кеүек әйберҙәр эшләгән «Azash» («Аҙаш») фирмаһы көндән-көн уңыш ҡаҙана бара. Баймаҡ егете Рифат Раҡаев ойошторған эш күптәрҙе ҡыҙыҡтыра. Сөнки үҙенә генә тәғәйен матур теләк, шиғыр йә наҙлы һүҙҙәр яҙылған зауыҡлы һәм файҙалы бүләктәр: бокал, алъяпҡыс, таҫтамал, яҫтыҡ тышы, календарь, янсыҡтар һәр кемдең күңеленә хуш килә. Яҡындарығыҙҙың байрамын тағы ла иҫтәлеклерәк, сағыуыраҡ итергә теләһәгеҙ, был бик уңайлы һәм үҙенсәлекле ысул. Фирма шулай уҡ туған телебеҙҙә туй гәзиттәре, саҡырыу ҡағыҙҙары, открыткалар, магниттар, баннерҙар әҙерләй. Оҫта һеҙгә быны нисек матурыраҡ һәм күркәмерәк итеү буйынса кәңәштәрен дә әйтә.

«Azash» («Аҙаш») фирмаһы бөтә республика буйынса заказдар ҡабул итә. Улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә» социаль селтәрендә vk.com/azashshop адресы буйынса таба алаһығыҙ. Алыҫ райондарға почта йә такси аша күмәртәләп ебәреү яйы ла ҡаралған.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook