Башҡортостан Ҡыҙы

ҠЫУАНЫС КИЛТЕРГӘН ШӨҒӨЛ

ҠЫУАНЫС КИЛТЕРГӘН ШӨҒӨЛ«RA-duet» ижади союзы тәҡдим иткән «Һылыуҡай» тип аталған был ҡурсаҡ полиуретандан күгәнле (шарнирлы) уйынсыҡ техникаһында эшләнгән.

Республикала һәм Рәсәй буйынса үткәрелгән күп чемпионаттарҙың еңеүселәре – Рузанна һәм Айрат Яҡуповтарҙы уртаҡ мауығыу художество училищеһына алып килә, икеһе лә зәргәр (ювелир) һөнәренә эйә була. Санкт-Петербург ҡалаһында тырнаҡ сервисы мәктәбендә дәрестәр алып баралар. Тәүге ҡурсаҡтары – Әҙәмде эшләүгә ике ай ваҡыт китә. Артабан камиллаша барып, полиуретандан, флюмонан яһайҙар. Ошо маҡсатта Айрат хатта үҙе 3D принтер ҡороп ҡуя. Тәүҙә ҡурсаҡты компьютерҙа проектлайҙар, артабан һәр өлөшө айырым йыйыла. Сәсе, тырнағы, хатта керпеге лә бөртөкләп беркетелә. Яҡуповтар ҡурсаҡ эшләүҙең башҡа ысулдарын да үҙләштерә, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә.


Теги: Ҡулыңдан һөйөн Башҡорт ҡурсағы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook