Башҡортостан Ҡыҙы

«Был донъяла һин бит яңғыҙ түгел!»

«Был донъяла һин бит яңғыҙ түгел!»
«Бөтә бәхетле яҙмыштар бер-береһенә оҡшаш булһа, бәхетһеҙҙәре һәр ҡайһыһы үҙенсә бәхетһеҙ». Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенең ауыр хәлдәге ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ итеү бүлеге мөдире Венера Радик ҡыҙы Ғафарова бәйән иткән тарихтарҙы тыңлағанда, ирекһеҙҙән бөйөк әҙиптең һүҙҙәрен ошолай тип үҙгәртеп әйтке килә. Бер-бер артлы килгән ҡаты һынауҙарҙан сабыр ҡанаттары шартлап һынғанда, ғәҙеллеккә ышанысы тамам һүнеп, йәндә һуңғы тамсы өмөт ҡалмағанда шаҡый гүзәл зат ул йорт ишеген. «Донъяға яфаланыр өсөн генә тыуғанмындыр...» – сараһыҙлыҡтан иңрәп сыҡҡан һүҙҙәргә яуап итеп, бында эшләүселәр: «Иң ауыр, иң өмөтһөҙ хәлдән дә сығыу юлы бар!» – ти. Һәм йөрәктәрҙе артабан йәшәп китер ҡөҙрәт менән һуғарып, шул юлды табырға ярҙам итәләр.

«Был донъяла һин бит яңғыҙ түгел!»

…Ҡулдарынан гөл ҡойолған Ирина, әйтерһең, өлгөлө ғаиләлә тәрбиәләнгән – балалар йортонда үҫкән һылыуҙың һәр эште белеп, еренә еткереп башҡарыуы, эске әҙәбе, тырышлығы һоҡланыу уята. Алмалай ике сабый әсәһе ул. Етем бала булараҡ, үҙенә дәүләт биргән бер бүлмәле фатирын ҙурайтырға теләй бөтмөр ҡатын. Икенсе бәпесенә тейеш әсәлек капиталын ҡушып, туғандары йәшәгән биҫтәнән ике бүлмәлене алырға ниәтләй. Тик бер ҡатлылығы арҡаһында фатирҙан да, сертификаттан да ҡолаҡ ҡаға – көпә-көндөҙ алдаштырып талап, ике балаһы менән урамда ҡалдыралар. Полицияға яҙған ғаризаһын кире алырға мәжбүр була. Уны өйһөҙ иткән уғрылар, ғариза хаҡында белгәс, машинала ҡала ситенә алып сығып, бер генә янай: «Йәшәгең килһә, бүтән йөрөмә!» Үҙәккә был ғаиләне балалар консультацияһы ебәргән. Эшкә батыр Ирина шунда уҡ ашханала ярҙам итергә тотона. «Эх, төпсөгөм бәләкәйерәк. Эш табып, ҡуртымға бәләкәй генә бүлмә алыр инем», – ти ул. Фатирын, аҡсаһын ҡайтарыу хаҡында уйларға ла ҡыймай. Ә уның ихтыярынан башҡа үҙәк юрисы хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә алмай. Күмәкләшеп аңлата торғас, ҡатын, ниһайәт, ғариза бирергә ризалаша. Тик сырмалсыҡ хәлдең нисек бөтөрөн төҫмөрләүе бик ҡыйын: бурҙар шул арала эҙ яҙҙырған.
Ғөмүмән, артыҡ ышаныу­санлыҡтары арҡаһында бәләгә тарыған ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Шул сәбәпле саҡ торлаҡтан яҙмаған йәнә бер ғаилә мөрәжәғәт итә үҙәккә. Өфөнөң уртаһында хосусилаштырылмаған дүрт бүлмәле фатирҙа өләсәһе, әсәһе менән Айгөл исемле рәссам ҡыҙ йәшәй. Көндәрҙән бер көндө улар фатирҙы үҙ милкенә күсерергә була. Айгөл бер хоҡуҡ белгесенең был эштә ярҙам итеүен һорай. Ир буйҙаҡ булып сыға. Йәштәр осрашып, дуҫлашып йөрөй башлай. Тиҙҙән ир яландай иркен фатирға күсеп килә. Ләкин торлаҡтың тик бер кешегә – ҡыҙҙың әсәһенә яҙыласағын белгәс, кейәү булырға тороусыны алмаштырып ҡуялармы ни! Ул зыялы, ипле өс ҡатындың көнөн төнгә әйләндерә. Хаяһыҙлыҡҡа яуап бирә белмәүҙәрен күреп, бөтөнләй тыйып торғоһоҙға әүерелә. Ҡыҙға ғына түгел, әсәһенә лә ҡул күтәреп, низағ ҡуптара. Ике һүҙҙең береһендә: «Юҡ итәм!» – тип ҡысҡыра һәм ышаныуы ла ҡыйын: хужабикәләрҙе өйҙән ҡыуа. Шундай янъялдарҙың береһендә әсәһе, өләсәһе менән ҡыҙ саҡ ҡасып ҡотолоп, үҙәккә шылтырата: «Ярҙам итегеҙ! Үлтерәләр!» Ҡатындар полицияға барыуҙан тыйыла, тикшереү башланһа, дәһшәтле ир беҙҙе имгәтер, ғүмеребеҙҙе өҙөр, тип ҡурҡалар. Уларҙы тынысландырып, прокуратуранан, полициянан башҡа мөмкин түгеллеген төшөндөрөү өсөн байтаҡ ваҡыт уҙа. Мөрәжәғәт яҙылып, хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙ эшен башлағас, кеше донъяһын баҫҡан ир, әйберҙәрен йыйып, шым ғына сығып китә. Үҙ йорттарына яңынан хужа булған өләсәй, әсәй, ейәнсәрҙең бөгөн шатлығы сикһеҙ. Айгөл ҡотҡа­рыусыларға рәхмәтен белдереп: «Әйҙәгеҙ, үҙәктәге балаларҙы һүрәт төшөрөргә өйрәтәм, бүлмәләрегеҙҙе зауыҡ менән биҙәп бирәм!» – тип ихлас ярҙамын тәҡдим итә...

…«Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһына һынауҙың көс етерлеген бирә», – тиҙәр. Әммә кемдәрҙер шул һынауҙарҙы күтәргәндә юғалып ҡалһа йәки быуыны нығынып етмәгәнлектән, бөгөлөп төшһә, ғәйепләргә хаҡыбыҙ юҡ – хаким түгелбеҙ ҙә!» – ти ауыр тормош хәлендәге ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлеге мөдире Венера Ғафарова.
Бүлек, Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенең мөһим тармағы булараҡ, былтыр йәй асылған (ошондай бүлектәрҙең Тәтешлелә, Белоретта барлығын әйтеп китәйек). Ғаиләлә мәңге йәберләнеүҙәргә, туҡмалыуҙарға артабан сыҙамайынса, балаларын етәкләп сығып киткән йәки ире менән айырылышыу ғазабынан йөрәк көсө бөткән, иң хәсрәтле мәлдәрендә япа-яңғыҙ ҡалып, тормоштан төңөлгән бисәләр, ғүмер көҙөндә бер ҡалаҡ һыу һалыр кешеһе булмаған әбейҙәр, ҡанһыҙлыҡ менән осрашыуҙан йәне теткеләнеп, үҙ-үҙенә ҡул һалыр хәлгә еткән йәш ҡыҙҙар һыйыныу таба бында. Бөтә шарттар тыуҙырылған бүлектә улар ярты йылға тиклем йәшәй ала. Тик уның мөмкинлектәре сикле булыуы – бер юлы биш ҡатын-ҡыҙҙы ғына ҡабул итеүе кәйефте ҡырып ҡуя-ҡуйыуын. Бүлек етәксеһе, социаль хеҙмәткәр, юрист, психолог, методистар һәр береһе менән айырым ғәйәт оло эш алып бара. Мәҫәлән, кәрәк икән, документтары тәртипкә килтерелә, дәғүә ҡағыҙҙары, ғаризалар әҙерләнә, ойошмаларҙа, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, судтарҙа уның мәнфәғәттәре яҡлана. Үҙенә ҡулай эш табыу, сабыйҙары булһа, уларҙы урынлаштырыу хәстәрлеген күрәләр, ҡаҡшаған һаулығын, сарпаҡланған күңелен бөтәйтеүгә көс һалалар. Тән йәрәхәттәре уңалған, йән яралары имләнгән гүзәл затҡа әкренләп кенә йәшәү ғәме ҡайта, үҙенә ышанысы нығына. Хушлашып сығып киткәндән һуң да уны күҙ уңынан ысҡындырмайҙар: яңы тормошта ни рәүешле йәшәп китеүен, ниндәй ярҙам талап ителеүен белешеп торалар.
«Был донъяла һин терәкһеҙ түгел!» – меңдәрсә кешеләр янында үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп, упҡын ситендәгеләй һиҙгән ҡатын-ҡыҙҙы йылы ҡанат аҫтына алырға әҙер йортта шулай тиҙәр...
Альмира КИРӘЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәге




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook