Башҡортостан Ҡыҙы

Бөркәнсек

Бөркәнсек
Бөркәнсек
(Булған хәл)

«Һин бәхетлеме?» – тип һораным бер танышымдан. «Бәхеттең теүәл генә аңлатмаһы ла, сиге лә юҡтыр… Уны нисек ҡабул итәһең, шулай була, тик үкенес менән йәшәргә яҙмаһын…» – тине ул көлөмһөрәп, ә күҙҙәрендә уйылып китерлек һағыш ине.
…Ҡапыл телефон зыңлап китте. Кем булыр был мәлдә?
– Алло, апа, сезме? Бу Азат шылтырата. Әнкәй әйтергә ҡушты: әле генә әткәй белән бәхилләштек…

Оҙаҡ ултырҙым уйланып. Алыҫта йәшәйҙәр, кәм тигәндә бер тәүлеклек юл. Хушлашып булмаҫ, ахыры. Баһадир кәүҙәле Сәлихйәндең яҡты донъянан китеүенә ышанғы килмәй. Алсаҡ, йомшаҡ күңелле Зөһрәне йәлләнем. Бынан утыҙ йылдар элек таныштыҡ улар менән. Беҙ ғаилә менән – Кама буйындағы ҡалала, ә улар яҡын ауылда йәшәне. Сәлихйән – ғәйрәтле ир, алдынғы зоотехник, Зөһрә – толомдары биленә төшөп торған һылыу ҡатын, уҡытыусы. Бер-береһенә шул тиклем пар килгәндәр. Ҙур итеп өй күтәрҙеләр, кәртә-ҡура ныҡ, мал-тыуар ишле, ҡош-ҡорт уңа, баҡсала емеш-еләк, гөлләмәләр күҙҙең яуын алырлыҡ. Татыу ғаиләлә ике егет үҫеп килә. Йәй көндәре бергәләп йылға буйына төшәбеҙ. Балалар һыу инә, беҙ ҡомда ҡыҙынабыҙ, серләшәбеҙ.

…Ерләшеүгә бара алмаһам да, көндәр йылынғас, Зөһрәнең хәлен белеп ҡайтырға булдым. Вокзалда мине Азат ҡаршыланы ла еңел машинала ауылға алып китте.
– Әнкәйҙең яңғыҙына ҡыйын, һеҙ ҡайтырға ашыҡмағыҙ инде, – ти. Азат ғаиләһе менән – ҡалала, ә ҡустыһы Себерҙә йәшәй икән. Зөһрә таяҡҡа таянып ҡаршыларға сыҡҡан, ныҡ үҙгәргән, бәләкәсәйеп ҡалғандай.
– Сәлих оҙаҡ ауырыны. Үҙем йығылып, имгәнеп ҡуйҙым. Хәҙер күршеләр ярҙам итә. Киленем менән улым килеп тора…
Зөһрә менән һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй, ә һанаулы көндәр үтеп тора.
– Нисек кенә ҡыйын булмаһын, һин бәхетле йәшәнең, – тием.
– Шулай тиһеңме?
– Әлбиттә, ирең абруйлы белгес, шәп кеше ине. Донъяң бөтөн, муллыҡта тормош көттөң. Балаларың һоҡланырлыҡ. Үҙең хөрмәтле уҡытыусы-ветеран, тик һаулыҡ булһын, – тип өҫтәнем.
Шулай тигәс, Зөһрә мөйөштә торған семәрле һандыҡтан бер төргәк сығарҙы.
– Беләһеңме, был нимә? – тип һарғая башлаған ебәк бөркәнсек һуҙҙы.
– Бәй, был бит кәләштәр туйҙа кейә торған фата, – тим.
– Шундай бөркәнсек кейҙеңме?
– Эйе, тик минеке икенсерәк ине. Кейәүем миңә бәрхәт биҙәкле аҡ күлдәк алып бирҙе. Германиянан килтерелгән, 78 һумлыҡ. Бөркәнсегем атлас сәскәләр менән биҙәлгән, ныҡ матур ине. Өфөнөң никах һарайында яҙылыштыҡ, унан ябай ғына студент туйы булды, – тинем хисләнеп.
Зөһрәнең күҙҙәре йәшләнде.
– Ниңә был бөркәнсекте һаҡлайһың?
– Бер ҡатлы тиле йәшлегемдең, томандар артында ҡалған саф мөхәббәтемдең аманаты ул…

Мин шымып ҡалдым. Ҡатын тәҙрәгә ҡарап ултырҙы ла ултырҙы. Унан тынлыҡты боҙоп:
– Йөрәк төбөндә ятҡан серемде һиңә һөйләйем әле, – тип һүҙ башланы. –Беҙҙең атай һуғышта ҡалды. Һеңлем менән мине әсәй үҫтерҙе. Ҡыш фермала быҙау ҡараны, йәй ҡырҙа эшләне. Ауылда 7-сене та­мамлап, педучилищеға уҡырға индем. Күрше Шәкирйән менән бергә үҫтек, уның да атаһы юҡ. Гел бергә уйнайбыҙ, һыу инәбеҙ, балыҡ тота ла беҙгә бирә. Ваҡыты еткәс әрмегә китте, миңә хаттар яҙып торҙо. Уҡытыусы дипломы алғас, районға ҡайттым. Алыҫ ауылға декрет ялындағы уҡытыусы урынына эшкә тәғәйенләнеләр.

Шәкирйән әрменән ҡайтып, шофер булып эш башланы. Йәй буйы осрашып йөрөнөк. Мине бала саҡтан яратыуын һөйләй, өйләнергә теләүен белдерә. Ә миңә әсәйемә ярҙам итергә, һеңлемде уҡытырға кәрәк. Шулай ҙа күңелемдә тик Шәкирйән генә. Баҫалҡы холоҡло, тырыш егеткә башкөллө ғашиҡ инем. Ситтән тороп институтҡа, инженер-механиклыҡҡа уҡырға инде.

Август аҙағында Шәкирйән мине үҙем эшләйһе ауылға илтеп ҡуйҙы. Бер көн комсомол йыйылышына саҡырҙылар. Секретарь ағай: «Һин, уҡытыусы булараҡ, ауылда йәштәрҙе ойошторорға тейеш», – ти. Октябрь байрамына пьеса ҡуйырға булдыҡ. Минең артислыҡ һәләтем юҡ, суфлерға ризамын, тинем. Төп ролгә гармунсы егет кәрәк, барыһы ла, Сәлихтән дә шәберәк кеше юҡ, ти. Сәлихйән – оҙон буйлы, бөҙрә сәсле, үткер ҡарашлы егет, тальянда оҫта уйнай, өҙҙөрә генә.

Икенсе көн кискә репетицияға йыйылдыҡ. Баҡтиһәң, Сәлих риза түгел икән. Төп ролдәге ҡыҙҙы Зөһрә башҡарһа ғына ризамын, тимәһенме?! Бына күмәкләп миңә ялыналар: «Уйна инде төп ролде…»

Шулай итеп, Сәлих – егет, мин уның һөйгән ҡыҙы булып уйнаныҡ. Пьесаны халыҡ яратып ҡараны. Башҡа ауылдарға барып ҡуйҙыҡ, хатта район үҙәгендә смотрҙа ҡатнаштыҡ. Шәкирйән яйын табып машинаһында минең яныма килеп йөрөй, ауылға ла алып ҡайта.
– Ә фатаны ҡасан алдың?
– Педучилищела уҡыған саҡта уҡ алғайным. Бергә уҡыған дуҫ ҡыҙым Алһыу Яңы йылға кейәүгә сығырға йыйына ине. Йәш кейәү, кәләш һәм мин туй күлдәге эҙләп ҡалаға барҙыҡ. Алһыу үҙенә кейем алды ла: «Зөһрә, әйҙә, һиңә лә бөркәнсек алайыҡ. Барыбер тиҙҙән кейәүгә сығаһың, эҙләп йөрөмәҫһең», – ти. Шәкирйән менән дуҫлашып йөрөгәнде белә ине. Ебәк бөркәнсек шул тиклем оҡшай, күҙ ҡыҙа, һигеҙ һум ғына тора. Тоттом да алдым, йәшереп кенә һандыҡ төбөнә һалып ҡуйҙым.

Ғинуарҙа декреттағы уҡытыусы эшкә сыҡты. Мине күрше ауыл мәктәбенә күсерҙеләр. Бер яңғыҙ ҡатынға фатирға индем. Сәлих йыш килеп йөрөй башланы. Мәктәптән ҡайтыуға аты беҙҙең ҡапҡа төбөндә тора. Ауыл халҡынан оялам. «Һине һағынам, күргем килә», – ти. «Йәрәшкән егетем бар, кейәүгә сығам», – тиһәм дә, ҡуймай. Хужабикә лә Сәлихте маҡтай: «Бынамын тигән егет, һәр ҡыҙ уға шат­ланып кейәүгә барасаҡ. Шундай бәхетте ҡулдан ысҡындырырға ярамай», – тип димләй.

Февраль айы. Кискә ҡарай бер ағай менән Сәлих килеп инде. Теге ағай: «Зөһрә, мин почтала эшләйем, телефондан хәбәр алдым, әсәйең сирләгән, һиңә ҡайтырға кәрәк», – ти. Ҡойолоп төштөм. Сәлих: «Әйҙә, йыйын, мин һине ауылыңа алып барам», – тигәс, үҙемде ҡулға алып, тиҙ генә кейендем дә, өсәүләп юлға сыҡтыҡ. Юл урман араһынан үтә, сатнама һыуыҡ. Өҫтөмдә йоҡа пальто, өшөтә. Шул саҡ Сәлих: «Беҙҙең ауылда туҡтап, бесән һалып алайыҡ, һиңә толоп кәрәк булыр», – тине. Теге ағай атты бер йорт тапҡырына борҙо, ҡапҡа шар асыҡ ине. Өйҙән бер ҡатын килеп сығып: «Әйҙә, өйгә инеп йылынып, сәй эсеп китегеҙ», – тип саҡырҙы. Мин ҡалтырана башлағайным. Өй эсенә тәмле ит еҫе таралған, һәр төрлө ризыҡ теҙелгән һикелә самауыр боһрап ҡайнай. Алсаҡ ҡатын минең кейемдәремде алды. Сәлих менән сәй эстек тә мин юлға йыйына баш­ланым, тик быймамды таба алмайым. Ҡунаҡсыл ҡатын соланға сыҡты ла юҡ булды. Шул саҡ Сәлих минең ҡулдарымдан тотоп, күҙҙәремә ҡараны: «Зөһрә, мин һине бер күреүҙән яраттым, һинһеҙ йәшәй алмайым. Әсәйең сирләмәй, сәләмәт. Ғәфү ит, алданым. Башҡаса һине тыңлатып булмай. Минең ҡатыным бул», – ти. «Мин һине яҡшылап белмәйем, нисек һиңә барайым?» – тип сығырға ынтылдым. Ул: «Ишек бикле, бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Иртән бөтә ауыл беҙҙең ир менән ҡатын булыуыбыҙҙы беләсәк», – ти. «Ә минең теләгем, ризалығым иҫәпкә инмәйме ни?» – тип илай башланым. «Һине икенсе егеткә бирмәйем, һүҙемде һүҙ итәм, минеке булаһың. Ҡурҡма, мин һине бәхетле итермен...»

Таң атҡас та мине сығарманылар. Башымда мең төрлө уй-хәсрәт. Әсәйемә ни тиермен, халыҡ алдында ғәрлеге ни тора, Шәкирйәнгә нисек әйтермен. Илап шешенеп бөттөм. Ҡасып китеп үләйем дә ҡуяйым тиһәм, тағы әсәйемде йәлләйем…

Төшкә ҡарай Сәлихтең туғандары килеп тулды. Никах уҡытырға йыйыналар икән. Сәлих: «Үҙеңде лә, мине лә хур итмә, кеше көлдөрмәйек, шым ғына ултыр», – тип мине өгөтләй. Илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәремде яулыҡ аҫтына йәшерҙем, кем ни һөйләгәнен аңларлыҡ хәлдә түгел инем.
Шәкирйән был хәлде ишеткәс тә түҙмәгән, ауылдан киткән, уҡыуын да ташлаған. Оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән. Ҡатыны үлгәс, малайы менән әсәһенең йортона ҡайтып йәшәй, тинеләр.

– Ә туйҙы нисек үткәрҙегеҙ?
– Туй булманы. Башта Сәлих, әлегә кисектереп торайыҡ, йәйгеһен үткәрербеҙ, тине. Йәй эш күбәйҙе. Ҡалды шулай. «Һин сибек, сирләшкәһеңдер, бәлки, түлһеҙһеңдер ҙә. Әгәр балаға уҙмаһаң, һинең менән ЗАГС-ҡа бармайым, айырам», – тип әйтеп һалды. Һигеҙ ай йәшәгәс кенә ауырға ҡалдым, шунан ауыл советына барып яҙылыштыҡ…

52 йыл ғүмер иттек, мин ҡыйынлыҡ күрмәнем, мохтажлыҡ кисермәнем. Беҙгә кешеләр көнләшеп ҡарай торғайны. Хәле насарланғас, Сәлихкә: «Һин минән ғәфү үтенергә тейешһең, мине ныҡ рәнйеттең, көслөк менән ҡатының иттең…» – тинем. Ул миңә текләп ҡараны, ләкин бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Һин уға 52 йыл буйы рәнйеп йәшәнеңме? – тинем, аптырап.

– Ә йөрәктәге яра төҙәләме? Минең хыялдарым селпәрәмә килде, көслөк менән бәхет табыламы? – Зөһрә бөркәнсекте ҡулына алды. – Аҡ күлдәкле килендәрҙе күрһәм, үҙемде, тормошҡа ашмаған йәшлек хыялдарымды, тапланған саф хистәремде, тәүге һөйөүемде иҫләп, эстән генә һығылып үтте инде ғүмерем…

Үтәлмәгән өмөттәрҙе хәтерләткән бөркәнсек ҡулымды бешергәндәй булды. Йәһәт кенә уны һандыҡ эсенә йәшерҙем.
Рәсимә АЙСЫУАҠОВА.
Сибай ҡалаһы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook