Башҡортостан Ҡыҙы

2019 – Ҡабан йылы!

2019 – Ҡабан йылы!Киләһе йылыбыҙ – мөсәлде тамамлаусы Ҡабан йылы. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә тырышҡан, олпат, төплө ҡабан тормоштоң һәр мәленә ҡыуанырға сәбәп тыуҙырыр. Ижад донъяһына сумыу, юҡты бар итеү, яҡтылыҡҡа ынтылыу өсөн көс, дәрт алып килер ул. Яңы ҡыҙыҡһыныуҙар, уй-фекерҙәр үҙ емешен бирмәй ҡалмаҫ, әлбиттә, хыялдарҙы тормошҡа ашырыр өсөн ең һыҙғанып тырышыу ҙа кәрәк. Яңылыҡтарға асыҡ булып, заманса фекерләһәк, һәр эшебеҙ майланған кеүек барыр.
Кешеләр араһында ихласлыҡ, күңел күтәренкелеге, эскерһеҙлек кеүек йылы мөнәсәбәттәр хөкөм һөргәндә булғандың ҡәҙерен белергә өйрәнербеҙ, тирә-яғыбыҙҙағы матурлыҡ, яҡшылыҡҡа күҙебеҙ асылыр. Тырыш, намыҫлы хеҙмәт, эшһөйәрлекте етәкселәр күрер, егәрлеләр бүләкһеҙ ҡалмаҫ. Нигеҙле ҡарарҙар ҡабул ителер, тип көтөлә. Тик эш тип сабып, ваҡытында ял итергә лә онотоп ебәрмәгеҙ – сәләмәтлек барыһынан мөһим. Быйылғы мырҡылдаҡ яңғыҙҙарҙы парлы итергә, ишлеләрҙе бәпес менән ҡыуандырырға ынтылыр.
Ауыҙ-тел ижадына килгәндә, Ҡабан йылы – байлыҡ, тигән халыҡ әйтеме. Муллыҡ, бәрәкәт алып килһен был йыл!




Ниҙәр көтә беҙҙе?

Ҡуҙы өсөн йыл ҡыҙыҡлы, сағыу, яңылыҡтарға бай булмаҡсы. Яҙмыш юлын бороп ебәрерлек осрашыуҙар, кәрәкле танышыуҙар, вазифала үрләүҙәр, йәшәү урынын алмаштырыуҙар... барыһы ла ихтимал. Ауырлыҡтар сыҡһа, ғаиләгеҙгә, туғандарығыҙғ атаянығыҙ – улар һеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Өмөттәр аҡланыр, яңы эштәргә тотонор өсөн көс-дәртегеҙ ташып торор.

Буға. Нимә теләүегеҙҙе алдан уйлағыҙ – барыһы ла тормошҡа ашырға тора. Һөнәри яҡтан үҫеш, эшлекле ҡыҙыҡһыныуҙар, күңелде күтәрерҙәй һөҙөмтәләр көтә. Үткәндәге тырышлыҡтарығыҙ өсөн бүләк алыу мәле. Ижади фекерләү, яңылыҡтарға ынтылыу, мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу йылы булмаҡсы.

Игеҙәктәрҙең тормошонда үҙгәрештәр, яңылыҡтар күп көтөлә. Матди яҡтан хәлдәр тотороҡланыр, ғаилә мөнәсәбәттәренә лә тыныслыҡ, һиллек хас булыр. Яҙмыш һынауҙар сығарһа ла, аптырап ҡалмаҫһығыҙ, ышаныслы аҙымдар менән алға барырһығыҙ. Эшһөйәрлегегеҙ, етеҙлегегеҙ уңыштар алып килер, ижади һәләттәрегеҙ асылыр.

Ҡыҫала өсөн йыл мөһим һәм өмөтлө танышлыҡтарға бай булыр. Һәр нәмәнең яҡты, яҡшы яғын табырға ынтылыу, эске тауышты тыңлау дөрөҫ юлды күрһәтер. Ижади ниәттәрегеҙ, уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр. Мәсьәләләрҙе көтөлмәгәнсә хәл итеү һәләте һөнәри йәһәттән дә үҫештәргә килтерер. Киләсәктә тормош юлында кәрәк булырҙай мөһим осрашыуҙар ҙа көтә.

Арыҫлан быйыл һәр йәһәттән дә иғтибар үҙәгендә булыр. Фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланыр, матди яҡтан да уңыштар йылмайыр. Яңы кисерештәр, яңы мауығыуҙар йылы. Танышыуҙар бығаса билдәле булмаған серле донъяны асыуға килтерер. Мажаралар, мөмкинлектәр үҙен көттөрмәҫ.

Ҡыҙ өсөн уңыш йыйыу осоро, киләһе йылға ҡарата, ни сәсһәң, шуны йыйырһың, тигән әйтем тулыһынса тап килә. Быға тиклем эшләгән изгелектәрегеҙ яҡшылыҡ булып үҙегеҙгә кире ҡайтыр. Йыл мауыҡтырғыс осрашыуҙарға, шатлыҡ килтергән йылы мөнәсәбәттәргә бай булыр. Көс-ғәйрәтегеҙ ташып торор, маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ.

Үлсәүҙе етди үҙгәрештәр көтә. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәргә, яңылыҡтарға асыҡ булығыҙ. Яратҡан шөғөлөгөҙҙө матди килем сығанағына әйләндереү мөмкинлеге лә бар. Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн еңдәрегеҙҙе һыҙғанығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар көтөлә. Илһам ҡанатында тирбәлгәндәр ҙә уңыштарға өмөт итә ала.

Саяндарҙы тәбиғәт һиҙемләү тойғоһо, эшһөйәрлек менән бүләкләгән. Тап ошо сифаттары тормоштоң һәр даирәһендә уңыштарға юл аса ла инде. Күңелле, үҙенсәлекле ваҡиғаларға бай йыл көтә. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә, яңылыҡтар асырға әҙерләнегеҙ. Маҡсаттарға ынтылғанда яҡындарығыҙ таяныс булыр.

Уҡсы өсөн төрлө ваҡиғаларға бай йыл көтөлә. Ғаиләгеҙҙә мөнәсәбәттәр көйләнер, мөхәббәтегеҙ нығыныр, йәшәү шарттарығыҙ ҙа яҡшырыр. Маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙемерәк булығыҙ, заман менән бергә атлағыҙ. Илһам ҡанаттары һеҙҙе ташламаҫ, үҙенсәлекле фекерҙәрегеҙ менән эргә-тирәләгеләрҙе ҡыуандырып торорһоғоҙ.

Кәзәмөгөҙҙө яңы танышыуҙар, яҙмышта ҙур эҙ ҡалдырыр осрашыуҙар көтә. Тормош ағышын көтөлмәгән яҡҡа бороп ебәрерҙәй ваҡиғаларға әҙер булығыҙ, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ. Эш йә йәшәү урынын алмаштырыу мөмкинлеге лә бар. Шәхес булараҡ үҫешеү, белем кимәлен камиллаштырыу өсөн уңышлы йыл. Үҙ көсөгөҙгә, һәләтегеҙгә ышанысығыҙҙы арттырырҙай ваҡиғалар көтөлә.

Һыуғояр ни теләһә, шул алдына килер. Тик үҙ көсөнә ышанып, теләктәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн дөрөҫ юлда булыу ғына шарт. Яңы таныштар тормошоғоҙҙо йылы мөнәсәбәттәр менән һуғарыр. Ғаиләгеҙ һәр башланғысығыҙҙа һеҙҙе күтәреп, ярҙам итеп торор. Үҙегеҙҙе фәҡәт ыңғайға көйләп, тау аҡтарырҙай көс табырһығыҙ.

Балыҡҡа йыл бик ҡыуаныслы, емешле булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Ижади ниәттәре тормошҡа ашыр, эштәре лайыҡлы баһаланыр. Тик бер ни ҙә күктән төшмәй, барыһы ла – һалған көс, эҙләнеү, ең һыҙғанып эшләү һөҙөмтәһе. Сәйәхәттәрҙән дәрт, дарман алып ҡайтырһығыҙ.



Ниндәй улар – ҡабандар?

Ҡабан йылында тыуғандар изге күңелле, намыҫлы, әҙәпле, ғәҙел булыуы менән үҙенә тартып тороусан. Эргә-тирәһендәгеләргә ихтирамы сикһеҙ, ә яҡындары өсөн ул бөтәһенә лә әҙер. Эшлекле булыуына, хеҙмәт һөйөүенә ҡарамаҫтан, улар ғаилә ҡиммәттәрен тәүге урынға ҡуя. Балаларына ла мөмкин тиклем белем, тәрбиә биреү – маҡсаттары. Аҡыллылар, әммә артыҡ ихласлығы менән йыш алданалар. Хәйләкәрлек һис хас түгел уларға. Шуға ла сауҙагәрҙәр араһында йыш осрамай ҡабандар. Яҡшы адвокаттар, «һатылмаған» хөкөмдарҙар, ғалимдар, яҙыусылар, инженерҙар, технологтар араһында улар күп. Сәнғәт, әҙәбиәтте аңлайҙар, яҡын күрәләр. Һөнәре ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, шиғыр яҙырға, рәсем төшөрөргә, иҫ киткес һындар әүәләргә, күҙ яуын алырлыҡ өйҙәр төҙөргә һәләтлеләр. Концерт-спектаклдәрҙе лә ҡалдырмай ҡарап бара улар.

Ҡабан йылында тыуған гүзәл заттар – хәстәрлекле ҡатын һәм әсә. Матурлығын, холҡоноң яҡшы яҡтарын йәшермәй, килешле итеп күрһәтә лә белә. Ышаныслы дуҫ, күңелен төшөрмәй, ауырлыҡтарҙы еңеү юлын табырға ынтыла. Тормошҡа айыҡ ҡарашы, әҙәплелеге менән барыһын үҙенә тарта.

Был йылда һәр яҡтан да үҫешкән, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға тыумыштан һәләтле, аҡыллы балалар донъяға килә. Улар тиҙ генә үҙ аллы булып китә. Артыҡ шау-шыуҙы үҙһенмәй, тыныслыҡта уйнарға, хыялға бирелергә яраталар.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Яңы йыл





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook