Башҡортостан Ҡыҙы

ӘСӘ ҺӨЙӨҮЕ

Ер йөҙөндә әсәнең балаға мөхәббәте тураһында яҙмалар бихисап. Ә шул һөйөү саманан артһа, әсәне артабан ни көтәсәге хаҡында уҡығанығыҙ бармы икән? Мәҫәлән, яҙыусы, психолог Анатолий Некрасовтың «Әсә һөйөүе» («Материнская любовь») китабын алайыҡ. «Тормош мине башҡаларға рухи ярҙам күрһәтеү өсөн төрлө хәл-ваҡиғаларға, юл сәфәрҙәренә тарытты», – ти ул. Был китабын яҙыу ҡарарына ла юлда, поезда барғанда килә. Хәрби училищела уҡыған «бәләкәсенә» юлланған бер әсә менән тап була яҙыусы.

...«Береһе, мәҫәлән, әсәнең үҙ тормошондағы иң төп ҡиммәт, йәшәү мәғәнәһе – бала, тип инаныуҙан. Был тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килә», – ти ул. Януарҙың-януары балаһын күпмелер ваҡыттан үҙ аллы көн күрергә ебәрә, ҡоштоң-ҡошо ла, ҡанаттары нығынһын өсөн, бәпкәһен ояһынан осора. Әсәй ҙә балаһының үҙ аллы булыу юлын быумаҫҡа тейеш, тигән ҡарашта автор. Тормоштағы Ай менән Ҡояш – атай менән әсәй үҙе. Балалар – улар тирәһендәге йондоҙҙар. Ә әсә, бала тапҡас шуны онотоп, балам – Ҡояш, йәшәү мәғәнәһе, тип уйлай. Кәрәк-кәрәкмәгәндә уны һаҡлай, йәлләй, ҡурсалай. Ғүмер буйы «инә меҫкен» үҙ ҡиммәтен, ҡасандыр яратып һайлаған ирен артҡы планға ҡалдырып, балаһын алға сығара, уның кәйефе, талаптары менән генә йәшәй икән, ғәзизенән яҙа, тип аңлата Анатолий Некрасов...

...Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, иң мөһиме – әсәй шуны аңлаһын, ти автор, балаға мөкиббән китеп, янындағы тормош иптәшен онотмаһын, тәрбиә эшенә уны ла ылыҡтыра белһен. Өйҙә мөхәббәтле мөхит булдырғанда ғына бала ауырыу-сырхауһыҙ үҫә. Белеүебеҙсә, үҫемлек тә бит ҡояш йылыһы менән һыу етерлек булғанда күкрәп емеш бирә, саманан тыш ҡояш йылыһы һулыта, ҡорота, ә ҡойма ямғыр тамырынан серетә…
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА,
филология фәндәре кандидаты.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook