Башҡортостан Ҡыҙы

Рухлы бөрйән һылыуы

Рухлы бөрйән һылыуы Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем ала, төрлө яҡлап үҫешкә, камиллыҡҡа ынтыла, шул уҡ ваҡытта йөрәктәре изгелеккә, миһырбанлыҡҡа асыҡ. Сәм дә, ғәм дә етерлек үҙҙәрендә. Донъяға яратып баҡҡан, һәр көнөн файҙалы уҙғарырға, хәйерле эштәргә арнарға тырышҡан Әлиә Әбдрәшитова ла – тап шундай һәләтле, талантлы, рухлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.

...Бөгөн Әлиә Әбдрәшитова – ­М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультеты студенткаһы. «Бала саҡтан күңелем сәнғәт тигән илаһи донъяға тартылды, әммә һөнәр һайлағанда әсәйемдең кәңәшен тоттом. Дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнмендер, тип уйлайым, сөнки балаларҙы ныҡ яратам, улар менән эшләү оҡшай», – ти тырыш ҡыҙ.
Киләсәген мөғәллимлеккә арнарға хәл итһә лә, Әлиәнең йыр-моңдан, бейеүҙән айырылғаны юҡ. Уҡыу йортоноң «Ҡорос» театр студияһында ихлас шөғөлләнә. Күптән түгел Әбйәлил, Учалы райондарында, Ҡаҙағстанда гастролдә булып ҡайтҡандар. Уңышлы эшләп килгән театрға «халыҡ» исеме бирелеүе лә – йәштәрҙең яратып башҡарған шөғөлөнә оло баһа...

...Өлгөр, тырыш һылыуҙың тағы бер изге шөғөлө тураһында әйтеп үтмәһәк яҙыҡ булыр: Әлиә иптәштәре менән Башҡортостан Диниә назараты, «Изгелек» хәйриә фонды уҙғарған сараларҙа ихлас ҡатнаша. Улар балалар һәм ҡарттар йорттарында концерт менән сығыш яһай, ҡарауһыҙ ҡалған бәләкәстәрҙең һәм ололарҙың тормошон аҙ ғына булһа ла йәмләү маҡсатында, бүләктәр йыйып тапшыра.
Әлиә кеүек ил биҙәге булыр ҡыҙҙарыбыҙ барҙа, милләтебеҙҙең иртәгәһе көнөнә өмөт-ышаныс арта...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook