Башҡортостан Ҡыҙы

Учалы яғалары

Учалы яғалары
…Учалы районында йәшәүсе башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшкә тағып йөрөгән биҙәнеү әйберен яға (ҡайһы берҙә һаҡал) тип атап йөрөтөү ҡабул ителгән. Төбәкте өйрәнеү музейы фондтары һәм шәхси коллекцияларҙан күренеүенсә, Учалы ерендә яғаның бер нисә төрө таралыу алған. Райондың төньяғында урынлашҡан ауылдарға формаһы һәм төҙөлөшө йәһәтенән бер-береһенә оҡшаш үҙенсәлекле яғалар хас. Мәҫәлән, Сәфәр ауылынан алынған биҙәнеү әйбере шуның бер матур өлгөһө булып тора.
Яғаларҙы тергеҙеү эшенә тотонорға теләүселәр бөгөнгә тиклем килеп еткән ҡомартҡыларға, этнография буйынса яҙылған хеҙмәттәргә нигеҙләнеп эш иткән осраҡта ғына милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау һәм күсәгилешлелек тураһында һүҙ алып барырға мөмкин...
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Милли биҙәк





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook