Башҡортостан Ҡыҙы

Дәүәт

Дәүәт
Үткән һандағы мәҡәләнең аҙағында билдәләнеүенсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һул иңбаштан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп түшкә ҡырын кейеп йөрөгән биҙәнеү әйберҙәренең, үкенескә ҡаршы, хәҙерге көнгәсә килеп еткән боронғо өлгөләре юҡ тиерлек. Булғандарының береһе Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана. Фондта ул «дәүәт» (ғәрәп һүҙе) атамаһы аҫтында теркәлгән (1-се һүрәт). Хәтергә төшөрөп китәйек, был һүҙ Краснокама, Илеш, Дүртөйлө, Баҡалы, Саҡмағош, Бүздәк, Туймазы, Благовар, Шишмә, Дәүләкән, Бәләбәй, Бүздәк, Ауырғазы, Архангел, Әлшәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Ғафури, Бишбүләк, Стәрлебаш, Ишембай райондарында һәм Ырымбур өлкәһендә теркәлгән. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: Архангел, Белорет, Әлшәй, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ һәм Хәйбулла райондарында ул атаманың «тәүәт» фонетик варианты бар.

ДәүәтБыл биҙәнеү әйберенең тарихы Бишбүләк районына барып тоташа. Музейға 1972 йылда тапшырылған. Үҙенсәлектәренә килгәндә, шул мәғлүм: дөйөм ауырлығы 916 грамм. Нигеҙе – оҙонлоғо 535 миллиметр, киңлеге 95 миллиметр тәшкил иткән киндер туҡыма. Алғы яғынан ҡара төҫ менән тышланған. Ярымтүңәрәк рәүешендә булһын өсөн өс урындан бөрөп тегелгән (2-се һүрәт). Нигеҙҙең ике осон тоташтырыусы күк төҫтәге таҫма һары туҡыма менән ялғанған. Күрәһең, шул ысул менән оҙонайтҡандар. Тағы ла тарыраҡ таҫма иһә уң иңбаштан аша һалынып биҙәнеү әйберен тота (3-сө һүрәт. Авторы Андрей Старостин). Дәүәткә тағылған әйберҙәрҙең торошо төрлөсә. Мәҫәлән, аҡсаларҙың йылдары йә өлөшләтә генә күренә, йә бөтөнләй танырлыҡ түгел. Был йәһәттән экспертиза һөҙөмтәләре мөһим сығанаҡ булып тора. Бер нисә йыл элек биҙәнеү әйберендәге 189 элементтың барыһы ла махсуслаштырылған лабораторияла комплекслы тикшереү аша үткән.

Асыҡланыуынса, дөйөм ауырлыҡтың (916 грамм) өстән ике өлөшөн көмөш тәшкил итә. Дөрөҫөрәге, XVII–XIX быуаттарға һәм XX быуат башына ҡараған төрлө номиналдағы көмөш аҡсалар. Күпселеге Рәсәй аҡсалары булһа ла, араларында сит илдә сығарылғандары ла бар. Мәҫәлән, 1902, 1903, 1905 йылдарға ҡараған 1 юань (Ҡытай). Шулай уҡ 1839 йылғы 20 пара (Төркиә). Көмөштән тыш, ябай тимерҙән һуғылған көмбәҙҙәр ҙә күҙҙе иркәләй. Дәүәттең биҙәлешендә мәрйендәр һирәк осрай, күберәк төрлө төҫтәге сәйлән (бисер) ҡулланылған. Шулай уҡ ҡашлы биҙәнеү әйберенең айырым үҙенсәлектәрен дә күрәбеҙ. Йөрәк рәүешендә эшләнгән һәм ярым ай менән йондоҙ төшөрөлгән ике элемент та иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Өсөнсөһө генә тулыһынса тиерлек ярылып төшкән.

Шулай итеп, беҙ уҡып танышҡан биҙәнеү әйберендә яңыртылыуҙың эҙҙәре бөтөнләй юҡ, тиһәк тә хата булмаҫ. Ул бөгөнгәсә үҙенең ысын матурлығын һаҡлай.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.


Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook