Башҡортостан Ҡыҙы

«Селтәр элдем ситәнгә...»

«Селтәр элдем ситәнгә...»
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрендә киң ҡулланылған материалдарҙың береһе – мәрйен. Был һүҙ килеп сығышы йәһәтенән грек теленә барып тоташа. Мәрйен – диңгеҙҙәге полиптарҙың ҡалдыҡтарынан торған төрлө төҫтәге таш. Тап шуларҙы палеолит осоронда уҡ махсус рәүештә эшкәртеп биҙәнеү әйбере булараҡ ҡулланғандар. Күп кенә халыҡтарҙа йәшәгән ышаныуҙар буйынса ул афәттәрҙән, сир-зәхмәттән һаҡлау һәләтенә эйә. Мәҫәлән, боронғо гректар алһыу төҫтәге мәрйендең күҙ тейеүҙән, ағыуланыуҙан һаҡлауына ышанған. Һиндостанда биш мең йыл элек үк уның дауалау өсөн файҙаланылыуы асыҡлана. Мәрйендәрҙең төрлө тарафтарҙа табылғанлығы билдәле булһа ла, иң яҡшылары Урта диңгеҙ буйҙарынан тип фаразлана. Тап шул яҡтарҙан сауҙа юлы менән беҙгә үтеп ингән дә инде. Тәүге мәҡәләлә билдәләнеүенсә, Светлана Нико­лаевна Шитова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрендә мәрйенде ҡуллана башлауын урта быуаттарға, йәғни Көнсығыш илдәре менән сауҙа бәйләнештәре көсәйгән ваҡытҡа бәйләй.
Башҡорттар шулай уҡ электән мәрйендең сихри көскә эйә булыуына ышанған, һәм шуға күрә лә ул кейемдә, айырыуса биҙәнеү әйберҙәрендә киң ҡулланылыш таба. Туй йолаһының бер өлөшө булып торған «Ҡарта ашы»на килгән ҡунаҡтар һаҡал, ҡашмау яһау өсөн көмөш тәңкәләр менән бергә шулай уҡ мәрйендәр ҙә алып килгән. Халыҡ йырындағыса:
Ай яҡтыһы бик яҡты
Ултырып мәрйен теҙергә.

Һуңынан ҡыҙ әсәһенә өндәшеп сеңләгәндә:
Селтәрҙәрем минең сей мәрйен,
Килешмәгән ерен һүтәйек.
Миңә тигән кейәү үҙе килер,
Бер-ике йыл, әсәй, көтәйек,
– тип тә әйтер булған.
Селтәр, яға һәм һаҡалдарҙың сағыу бер өлөшө булып торған «селтәр» тап мәрйендәрҙән яһала ла инде. Биҙәнеү әйберҙәрендә селтәр теҙеү традицияһының сағылышын 1799 йылда башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡиәфәтен һүрәтләп яҙған этнограф И.Г. Георгиҙың хеҙмәтендә үк күрәбеҙ (беренсе һүрәт). Автор мәрйендән һәм ҡабырсаҡтан теҙелгән арҡаны һәм күкрәкте ҡаплап торған биҙәнеү әйберен «дюлбега» тип атай. Һүрәттән күренеүенсә, мәрйендәр ромб рәүешендә теҙелгән. Академик Петр Палластың 1786 йылда донъя күргән хеҙмәтендә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һүрәте бирелгән (икенсе һүрәт). Унда ла селтәрҙән торған биҙәнеү әйберен күрергә мөмкин. Хәҙерге көнгәсә килеп еткән селтәр, яға, һаҡалдарҙағы биҙәктәр ҙә, нигеҙҙә, тап ромб рәүешендә башҡарылған.
Әйтергә кәрәк, ромб донъялағы күп кенә халыҡтарҙың мәҙәниәтендә сағылыш тапҡан. Был фигураның тарихы палеолит осорона уҡ барып тоташа. Ғалимдарҙың фекеренсә, ромб – ҡатын-ҡыҙ башланғысының символы.
Шулай итеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тағып йөрөгән биҙәнеү әйберҙәрендә мәрйендәрҙе ромбҡа оҡшатып теҙеү быуаттар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.


Теги: Беҙҙең бәйгеләр Биҙәүестәр





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook