Башҡортостан Ҡыҙы

Мәрйен менән ҡайылған, мәрүәт менән биҙәлгән...

Мәрйен менән ҡайылған, мәрүәт менән биҙәлгән...
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тағып йөрөгән биҙәнеү әйберенең бер төрөн белдереүсе селтәр атамаһы республиканың Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Бөрйән, Мәләүез, Бүздәк, Федоровка, Стәрлебаш, Әбйәлил, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында теркәлгән. С.Н. Шитова, уның таралыу алған биләмәһен республиканың көньяҡ-көнсығышы менән бәйләп, түбәндәге үҙенсәлектәрен билдәләп үтә: түште тулыһынса ҡаплап, билдән аҫҡа 15–20 сантиметрға тиклем төшә. Өҫкө өлөшө түңәрәктәр, ярымтүңәрәктәр йәки ромбтар рәүешендә мәрйен менән һырыла. Шунда уҡ мәрүәт, аҡыҡ һәм көмөш тәңкәләр менән биҙәлә. Аҫҡы өлөшө иһә мәрйендән теҙелгән селтәрҙән тора. Уның өҫтөнән ике-өс сулпы беркетелә. Өҫкө һәм аҫҡы өлөштәре араһында бер нисә рәт тәңкәләр урын ала. Биҙәнеү әйберен тағыу өсөн өҫкө яғында таҫма тегелә. Шулай уҡ билдән быуыу өсөн дә таҫмаһы бар. Светлана Николаевнаның мәғлүмәттәрен тулыландырып тағы шуларҙы әйтергә кәрәк:
1. Төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәнеү әйберен эшләгәндә уның элементтарына исем ҡушҡан. Быға тиклем ундай үҙенсәлекте тамъян һаҡалы миҫалында ҡарап киткәйнек. Был йоланың селтәрҙә лә асыҡ сағылыш тапҡанлығы күренә. Беренсе фотола (Әбйәлил районы. Археология һәм этнография музейында һаҡлана) тап шул атамалар бирелгән дә инде: 1. Биҙәнеү әйберен тағыу өсөн тегелгән таҫма – һапма. 2. Өс бағанаға теҙеп тегелгән тәңкәләр рәте – бүлмә. 3. Билдән быуыу өсөн тегелгән таҫма – билдек. 4. Биҙәнеү әйберенең өҫкө өлөшөн ситләтеп, ҡайып тегелгән тимер сылбыр – ҡыйыу. 5. Селтәрҙең өҫкө һәм аҫҡы яғын бүлеп торған тәңкәләр рәте – ҡор. 6. Мәрйендәрҙән теҙелгән аҫҡы өлөшө – селтәр. 7. Селтәрҙең нигеҙенән аҫҡа һалынып төшөп торған суҡтар – тояҡ. Әлбиттә, селтәр киң биләмәләрҙә таралыу алғанға күрә, уның төҙөлөшөн аңлатыусы атамаларҙың икенсе төрлөрәк варианттары ла булыуы мөмкин.

2. Ғәҙәттә, селтәр тураһында һүҙ барғанда, уның ҙурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Үрҙә ҡарап киткән фотолағыһы ла 54 сантиметр тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта, музей фондтарынан, шәхси коллекцияларҙан һәм яҙма сығанаҡтарҙан күренеүенсә, селтәрҙең ҡыҫҡараҡтары ла осрай. Мәҫәлән, Йылайыр районынан килтерелгән 30 сантиметр оҙонлоғондағы селтәр Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ҡыҫҡараҡ итеп эшләнгәндәрен айырым да, һаҡал менән бергә лә тағып йөрөү ғәҙәте булғанлығына ишара яһаусы мәғлүмәттәр бар. Миҫал рәүешендә 2015 йылда нәшер ителгән «Башҡорттар» китабында бирелгән фотоны ҡарап китергә мөмкин. Өс ҡатын-ҡыҙ ҙа ҙур булмаған селтәр таҡҡан. Шул уҡ ваҡытта һул яҡтан икенсе торғанында биҙәнеү әйберен ҡатлап таҡҡанын күрәбеҙ. Төҙөлөшөнә ҡарағанда – һаҡал. Был осраҡлы түгел. Төбәкте өйрәнеүсе ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың яҙмаларында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бер юлы ике төрлө биҙәнеү әйберен тағып йөрөүе тураһында һүҙ бара. Бындай күренешкә, мәҫәлән, Һаҡмар буйы башҡорттарында булып киткән П. Небольсин тап була. Ул һаҡалдың селтәр аҫтынан тағылыуы тураһында яҙа.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.


Теги: Биҙәүестәр Ҡулыңдан һөйөн





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook