Башҡортостан Ҡыҙы

Шаян Ғәбиҙә

Шаян ҒәбиҙәӘбйәлил районы Йәнгел ҡасабаһына нигеҙ һалыныуы 1929 йылда «Красная Башкирия» совхозы ойошторолоу менән бәйле. Тәүҙә бүлексә булараҡ барлыҡҡа килһә, 1934 йылда «Йәнгел» совхозы булдырыла. Сиҙәм ерҙәрен күтәреү, сал ҡылғанлы даланы туҡ башаҡлы тулҡынлы баҫыуҙар итеп күреү хыялы менән был яҡтарға халыҡ ағыла. Ғәбиҙә Мөҡсим ҡыҙы Ғәлләмованы был төбәккә яҙмыш елдәре алып килә. Бөтә ғүмерен белем биреүгә арнап, ошо ергә ерегеп, хәләле һуңғы төйәк тапҡан Йәнгелен ташлап бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмаҫҡа ҡарар иткән ул. Беҙ уның хәлен белергә ингәндә баҡсала сейәләр тамылйый, ҡарағаттар бешә, баландар ҡыҙара ине. Ихатала татыу ем сүпләгән тауыҡтар, ғорур әтәс гөрләп торған ауыл тормошоноң солғанышына алып инде.

Шаян Ғәбиҙә
Ғәбиҙә – Яңауыл районы Иҫке Ҡоҙаш ауылы ҡыҙы. 7-се кластан, ауыл ҡатындарына эйәреп, Нефтекама, Ижевск, Сарапул яҡтарына йомортҡа һатырға йөрөй. Шәмбе дәрес ҡалдырыуын өнәп етмәгән уҡытыусыһы ҡыҙҙы мәктәптәге сатирик гәзиткә лә кәрзин тоттороп төшөрөп ҡуя. Кәйефе ҡырылһа ла, бирешмәй Ғәбиҙә. Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның тарих факультетына имтихан тота. Тарихтан «бишле» алһа ла, рус теленән уңышһыҙ биргәс, ҡайтып китергә мәжбүр була. Әммә уның уҡытыусы булам тигән маҡсатынан кем һүрелдерә алһын? Бер йылды ла әрәм итергә ярамай, тип, көн дә 22 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Яңауылға һөт машинаһына эләгеп елдерә. Ул ваҡытта ҡайҙа ти ул юлдар? Көн дә ишек төбөндә үҙен көтөп ултырған ҡыҙҙы мәғариф бүлеге начальнигы йәлләй ҡуя. «Хәтмуллина, ин әле. Тәрбиәсе булып бараһыңмы?» – тип өндәшә ул Ғәбиҙәгә. Шулай итеп, бер йыл эшләп алғандан һуң, имтихан тапшырырға барам тип, иҫәп-хисапты өҙөп ҡайтып төшә атай йортона. Уның эш хаҡына әсәһе бер йөк ҡайын утын алып килеп ауҙарта. Уҡырға барам тип тотҡан аҡса булыуын әйткәс, әсәһе, утынһыҙ ҙа ҡыш сығып булмай бит, ти аҡланғандай. Шуҡ Ғәбиҙә аптырап ҡалмай, колхоз етәксеһенә юллана. «Уҡырға бара торған аҡсамды әнкәй утынға осорған, миңә эш кәрәк», – тип сатнап торған ҡыҙға быҙау ҡарауҙы йөкмәтәләр. Ғәбиҙә малдарҙы яҡшы көтә. Хайуанҡайҙар көрәйеп китә. Тырыш ҡыҙ хаҡында хәбәр тиҙ тарала. Район хәбәрсеһе килеп, уны бер ҡулында китап, икенсеһендә ҡамсы тотҡан килеш фотоға төшөрөп, гәзиттә баҫтыра. Аҡсаны ла арыу ғына түләйҙәр. Шулай итеп, ул был юлы бәхетен филология факультетына һынап ҡарай. Татар-рус бүлеген һайлай. Беренсе имтиханын «бишле»гә тапшыра. Икенсеһе – тарихтан. Уҡытыусы «дүртле»гә баһаларға теләүен әйткәс, күҙҙәрен шаян көлдөрөп, ағай, һеҙ миңә былтыр тарихтан «бишле» ҡуйғайнығыҙ бит, быйыл былтырғыға ҡарағанда ла ныҡлабыраҡ әҙерләндем, ти. Уҡытыусының өҫтәмә һорауына сатнатып яуап биргәс, «бишле» ҡуйыла. Русса һөйләшеп йөрөмәгәс, иң ҡыйыны рус теленән имтихан булғандыр. Әммә был һынау ҙа уңышлы үтелә. Ғәбиҙә студентка булып китә. Беренсе курста уҡығандарҙы Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылына баҫыу эштәренә ебәрәләр. Шунда танышып китә ул буласаҡ тормош иптәше ветеринар техникумын тамамлаясаҡ Салауат районы егете башҡорт Ғәлимйән Ғәлләмов менән. Уттай янып торған Ғәбиҙә, тәү ҡарашҡа шардауай, шуҡ күренһә лә, ныҡ тәрбиәле. Атаһы һуң: «11-ҙә ҡапҡа төбөнә килмәһәгеҙ, һеҙ минең ҡыҙҙар түгел, кеше ҡатындары!» – тип теҙгенде ҡыҫҡа тота. Ямғыр-ҡар яуып торһон, әйтелгән ваҡытҡа йүгереп ҡайта ҡыҙҙар. Ниңә әҙерәк бейей бирмәйһегеҙ, тип инәлгәндәргә лә бирешеү юҡ. Атаһы Мөҡсим – ауылда абруйлы уҙаман. Япон һуғышы ветераны. Партия йыйылыштарында иң тәүҙә уның офицерҙар кейә торған ялтыр итеге күренә. Райфола финанс инспекторы вазифаһында эшләй, һуңынан ауылға ферма мөдире итеп ҡуйыла. Звено бригадиры була. Умарталыҡ тота. Әсәһе Фазила биш бала баға. Уның яғыныҡылар дингә тартыла. Ире коммунист тип ҡарап тормай, һин бөгөн һуңлабыраҡ ҡайт, ти ҙә, күрше әбейҙәрҙе саҡырып, Ҡөрьән уҡыта. Иманлы тәрбиә биргән Шәмсикамал өләсәһе 104 йәшенә етеп донъя ҡуя.

Дүртенсе кластан сусҡа көтөп, тиҙәк баҫып, эшкә күнегеп үҫкән балалар аслыҡтан миктәмәй. Киреһенсә, ғаилә мохтаждарға ярҙам күрһәтеп йәшәй. «Өйгә ингән кешене буш сығарма, ҡатыҡ булһа ла эсер», ти торған була әсәһе. Ғәлимйән дә иманлы ҡыҙға күҙе төшөүен йөрәге менән тоя. Хеҙмәткә алынғас, Түбәнге Тагилдан хаттары килеп тора. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан егет Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының зоотехнология факультетына ситтән тороп уҡырға инә лә Ғәбиҙәгә тәҡдим яһай. Йәш ғаиләне Белорет районы Сәрмән ауылына эшкә ебәрәләр. Унда дүрт йыл, Буғанаҡта ете йыл эшләгәс, коммунист Ғәлимйәнде техникумда бергә уҡыған Сабит Ғүмәров дуҫы «Йәнгел» совхозына ҡоҙалай.

Баҫҡан ерендә ут сәсрәткән ире Ғәлимйән һәр ваҡыт ҡыҙ-ҡырҡындың иғтибар үҙәгендә. Бер танышы, иреңдән ҡолаҡ ҡаға күрмә, күрше ауылға йышланы, тигән ишара бирә. Йөрөһөн, ул өйҙә булмағанда иншалар менән булам, ти иҫе китмәгән ҡиәфәттә. Ҡыҙғанып, ире артынан бер ҡасан да эйәреп йөрөмәй ул. Үҙ баһаһын белеү булғанмылыр был, әллә тауыш күтәрмәй, ғаиләһен һаҡларға теләүме?
Шаян Ғәбиҙә
Донъя бөтәйтеп, балалар үҫтереп, гөрләтеп йәшәгән татыу ғаиләгә һынау килә: 41 йәшлек кенә Ғәлимйән аяғын ҡырҡтырырға мәжбүр була. Бала саҡта Йүрүҙәндә ялан аяҡ боҙҙан шыуып табандарын туңдырыуы йылдар үткәс үҙен шулай һиҙҙертә. «Артабан нисек йәшәрһегеҙ? Ғаилә карабы тарҡалып ҡуймаҫмы»,– тип борсолған хеҙмәттәштәренә Ғәбиҙә көлөмһөрәп яуап бирә: «Нишләрбеҙ? Нисек йәшәгәнбеҙ, шулай йәшәрбеҙ!» Күңел төшөрөп ултырып булмай, өс баланы уҡытаһы, аяҡҡа баҫтыраһы бар! Ул ваҡытта баш балалары Зөлфиә 11-се класта, Резеда 9-ҙы тамамлаған, Айҙар 6-сыла ғына.
Ғәбиҙә Мөҡсим ҡыҙы Икенсе, Өсөнсө Атауҙы бүлексәләре балаларынан тупланған башҡорт кластарында рус теле уҡыта. Ғәлимйән дә үҙенең аяғы юҡлыҡҡа күнә. Совхоз игенен һаҡларға төнгө ҡарауылсы итеп ҡуйыла. Юҡсыллыҡ заманында ҡала халҡына картуф, ит һатырға йөрөп, өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ була. Оло ҡыҙы Зөлфиә Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлап, Өфө ҡалаһында төпләнә. Зарема исемле ҡыҙ үҫтерә. Резеда медицина училищеһынан һуң, БДМИ-ның стоматология факультетына уҡырға инә. Беренсе курста тормошҡа сыҡҡан ҡыҙҙары Нелли исемле ейәнсәр бүләк итә. Хәҙер шул бала Мәскәүҙә И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ милли-тикшеренеү университетында уҡый. Аҙаҡ ейәндәре Рамзан тыуа. Уртансы ҡыҙының ирҙән уңыуына, тормошта үҙ урынын табыуына һөйөнә. Айҙар улдары Өфө нефть институтын тамамлап, Себер тарафтарына юллана. Йәнгелдә лә йорт һала.

Үткер телле, тура һүҙле шаян Ғәбиҙә дөрөҫлөктө сатнатып әйтә лә бирә. Ундайҙарҙы яратҡаны була, яратмағаны. Хеҙмәт ветераны тигәнде федераль кимәлдә таныған танытма – уның эшләү дәүерендә алған иң юғары бүләге. «Алты директор алмашынды, 58 йәшемә тиклем эшләнем. Мәктәптән китеүе ҡыйын булды. Радио тыңлап күңелде йыуаттым. Уҡыусыларымды һағынғанда «Иләү»ҙе тыңлап илай торғайным. Иң-иң тулҡынландырғыс мәлдәр иҫкә төшә. Интернат балалары итәгемдән тарта: «Апай, һыйырығыҙ быҙауламанымы?» Берәй 15 көндән быҙаулар, тием. Улар белеп тора: аҡ төштөмө, ҡабартмалар бешереп ашатам. Оҙон тәнәфестә йүгереп киләләр. «Ашнаҡсы икмәкте бәләкәй генә итеп телеп бирә», – тип зарланалар. Ашай ғына торған саҡтары шул. Тура һүҙҙе күтәреү ауыр булһа ла: «Эх, ҡайҙа икән беҙҙең Ғәбиҙә Мөҡсимовна, тип үртәләләр, имеш», – тип көлөмһөрәй хаҡлы ялдағы мөғәллимә.

Ире йәшләй генә донъя ҡуя. Һуңғы һулышын һөйөклө ҡатыны ҡулында ала. Шаян Ғәбиҙә тыштан һиҙҙермәһә лә, эсе ут яна. Бөйөк рус шағирәһе Анна Ахматованың «Муж в могиле, сын в тюрьме», – тигән юлдарын уҡыусыларға еткергәндә күҙҙәренән ирекһеҙҙән йәш бәреп сыға. Айҙар улының һаҡһыҙлығы арҡаһында рәшәткә артына эләгеүе лә, ваҡытын тултырып ҡайтҡас, юғары белем алып, өйләнеүе лә әсә йөрәге аша үтә.
Көтмәгәндә ябырылған һынауҙарҙан һаулығы ҡаҡшай: шәкәр ауырыуына тарый. Әлеге көндә ул инсулин менән йәшәй. Шулай ҙа бирешмәй. Эре малды бөтөргәненә биш йыл. Әммә ҡош-ҡорт, өйрәк-тауыҡ көтөүҙән баш тартмай. Ихата тултырып йүгереүҙәренән йәм таба, уларҙы ҡарауҙы ҙур кинәнескә һанай. Совхоздың да ярҙамы тейә. Пай еренә бирелгән ем ярап ҡала. Үҙ уҡыусыларының ауылда ерегеп, өй һалып йәшәп ятыуына һөйөнә уҡытыусы. Ғәлимйәне ошонда ерләнгәс, уны ташлап, бер ҡайҙа ла киткеһе килмәй. Балаларымдан, күршеләремдән уңдым, ти ул. Ауылдаштары аҡтан өҙмәй. Уларҙың сәмләнеп донъя көтөүе, мал тотоуына ихлас һөйөнә. «Хоҙайҙан ғүмер һорайым. Балаларымды тыуған нигеҙҙәрендә сәй ҡайнатып көтөп ултырыуым улар өсөн дә, үҙем өсөн дә – бәхет. Аяҡ өҫтө йөрөүем – үҙе бәхет. Элекке һымаҡ йыйылыштарҙа, мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа ҡатнаша алмаһам да, радио, телевизор менән йәшәйем. Хәл белешеп торорға ҡул осонда телефон бар.

Һуңғы сығарылыш уҡыусыларым Илдар Латыпов, Вадим Ҡорманғәлиндарҙың татыу ғаилә ҡороп, өсәр балаға ғүмер биреүҙәренә, сынъяһау йорт һалып сығыуҙарына, тимер атта елдереүҙәренә һөйөнөп бөтә алмайым. Себергә китеп булһа ла аҡса эшләп ҡайтып, тормоштарын яйға һалдылар. Кешелектән сығып йөрөгән балаларым юҡ», – ти ул уй-хистәре менән бүлешеп.

Ҡыҙҙары күҙҙән осороп тора, улы ла бик хәстәрлекле. Өс ейән-ейәнсәре үҫеп килеүе күңелен йылыта. Уҡыусылары ла уны онотмай. Юл төшкәндә хәлен белеп сығалар, уҡытыусыбыҙ, тип өҙөлөп торалар. Ғәбиҙә Мөҡсим ҡыҙы үҙен бәхеттең уртаһында тоя. Ә кеше өсөн шул иң мөһиме түгелме ни?
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook