Башҡортостан Ҡыҙы

Сентябрь 2014

Сентябрь 2014"Башҡортостан ҡыҙы" журналының 9-сы һанында уҡығыҙ:
«Көтөү» тигән эшендәге ҡыҙҙарҙың түңәрәк сулпылары, йоморо сәк-сәктәр, тирмә һәм ҡояш, донъялағы камиллыҡты, ғәҙеллектең барлығын иҫләтеп, йәнде имләй. Атлы арбала килгән егетте ҡыҙҙың толомо ҡамсылап барғандай тойола. Анауы баштүбән торған йорттар, ер ҙә, ҡыҙҙарҙың ҡарашы алыҫҡа түгел, ә аяҡ аҫтына төбәлеүе лә халҡыбыҙҙың сабыр аҡылын асып һала. Был картиналағы һылыуҙарҙың прототиптары – рәссамдың әсәһе менән ҡыҙы. Олонона ишек уйылған йөҙйәшәр ағас төбөндә ейәненә китап уҡыған бабай төшөрөлгән «Оялар» картинаһы иһә йөрәктә нәҫелеңә, шәжәрәңә ҡарата иң йылы хистәр уята. Тамашасыға асылын асырға ярҙам иткән был һүрәттәрҙең авторы Өфө ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе рәссам, Башҡортостан һәм Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы, картиналары бик күп сит ил галереяларын һәм шәхси коллекцияларҙы биҙәгән һәләтле лә, үҙенсәлекле лә ханым Раушания Бәҙретдинова. Ханым тип яҙһам да, был һүҙ уға килешмәй ҙә һымаҡ. Йәш сырайлы, һомғол буйлы Раушанияны дүрт бала әсәһе тип уйламаҫһың да.
Раушания Башҡортостанда ғына түгел, ә бәлки донъяла беренселәрҙән булып картиналарын туҡымаға күсереп, үҙе уйлап сығарған кейемдәр коллекцияһын булдырыуы менән дә һоҡландыра.
«Һатыуҙа матур блуза эҙләнем, оҡшағаны булманы. Шунда башыма килде был идея. Тәүге коллекциямды «М-телевижн» каналының бер сараһында күрһәттеләр һәм кейемдәр ҡыйбат булыуҙарына ҡарамай ( ә ҡул эше осһоҙ тора ла алмай) йәһәт һатылып бөттө. Был хәл мине дәртләндереп ебәрҙе», – ти рәссам-модельер. Мин дә, шәхсән, автор менән шул картиналар төшөрөлгән күлдәктәрҙең берәүһен билдәле сәхнә йондоҙонда күргәс ҡыҙыҡһынып киттем һәм уны табып бер нисә һорау бирҙем.
«Ғаилә ҡиммәттәрен ижадтан һәм башҡа нәмәнән өҫтөн күрәм. Картиналарымдың күбеһе яҡындарыма арналған. Балалар менән мәж килеп, арыу ғүмер үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әммә тормошомда ниндәй генә осор булмаһын, ҡылҡәләмемдән айырылманым. Киреһенсә, ул гел минең ярҙамсым да, икмәк табышыусым да булды» – ти ул.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook