Башҡортостан Ҡыҙы

Бала күңелен асыу баҫмаһын

... «…3 йәшлек улым өйҙә бик ипле, ниндәйҙер йәмһеҙ ҡылыҡтарын абайлағаным юҡ. Яңыраҡ балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Тәрбиәсе менән һөйләшкәндән һуң аптырашта ҡалдым. Балам унда үҙен бөтөнләй башҡаса тота икән: һуғышырға ла күп һорамай, башҡаларға төрлө йәмһеҙ ҡушаматтар таға, аҫтыртын эштәре лә асыҡланды…»
Бала күңелен асыу баҫмаһын
Икенсе әсәйҙе башҡа ерҙә үҙен тәртипле тотҡан балаһының өйҙә алмашынған кеүек булыуы, туғандарына, яҡындарына ҡарата тупаҫ мөғәмәләһе хайран ҡалдыра:
«4 йәшлек ҡыҙым – балалар баҡсаһында үҙ төркөмөнөң иң аҡыллы, иң тыңлаусан балаһы. Тәрбиәселәре уны маҡтай. Ҡыҙым менән уйнарға, дуҫлашырға теләгән балалар бихисап. Тик өйҙә баланы алмаштырып ҡуялармы ни? Һүҙ әйтеп булмай, беҙгә, ағаһына ҡаршы өндәшә, ҡайһы берҙә ҡул күтәреүҙән дә тартынмай. Кейемдәрен, уйынсыҡтарын йыймай, беҙ әйткәнде ҡолағына ла элмәй, әгәр уныңса түгел икән, яр һалып илай... Өйгә ҡунаҡтар килһә, ҡыҙым уларға ла үҙ холҡон күрһәтә. Уның шундай ҡылыҡтары арҡаһында килгән кешеләр алдында оят булып китә…»
Күпселек ата-әсәнең балаларының тәртипһеҙлегенә, ярһыуҙан ҡыҙарынған йөҙ менән башҡаларға ташланған йә иһә ҡулындағы уйынсыҡты ботарлап ташлаған мәлдәренә шаһит булғаны бар...
Ундай тәртип өсөн язаға тарттырыу мотлаҡмы?
Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог.


Материалдың тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook