Башҡортостан Ҡыҙы

АТАЙ-ӘСӘЙ – БАЛА АРАҺЫ

АТАЙ-ӘСӘЙ – БАЛА АРАҺЫ Быуындар бәйләнеше, атайҙар һәм балалар мөнәсәбәте тураһында элек-электән күп һөйләнелә, бәхәстәр ҡорола. Бер-береңә ҡарата йылылыҡ ғүмер буйына бер килеш ҡала алмай, йылдар дауамында ул төрлө үҙгәрештәргә дусар була. Бәләкәй бала өсөн атай менән әсәй – тормошта иң мөһиме, бигерәк тә әсәй – ул ҡояш та, йыһан да, бөтөн донъя ла. Ҙурая бара кескәй кешенең донъяға үҙ ҡарашы, күңеленә яҡын шөғөлдәре барлыҡҡа килә, ул иреккә, үҙаллылыҡҡа ынтыла. Был ҡотолғоһоҙ күренеш, сөнки тәбиғәт ҡанундары шулай.

...«Мин килен булып төшкәндә ҡайным менән ҡәйнәмә ҡырҡ биш йәш тә тулмаған ине. Икеһе лә һау-сәләмәт, емертеп донъя көтөр саҡтары. Кейәүгә сыҡмаған бикәс, өйләнмәгән ҡәйнеш булыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең бергә йәшәүебеҙҙе теләне. Арыу уҡ ваҡыттан һуң башҡаланырға булғас, ҡәйнәм ҡырҡа ҡаршы төштө, әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Шулай ҙа иптәшем менән район үҙәгенә күсеп, йорт һалып индек, тырышып эшләнек, балалар үҫтерҙек. Бикәсем кейәүгә сығып, тыуған йортонан китте. Төпсөк бала – ҡәйнешем өйләнгәс, башланды ла инде мәхшәр. Туйҙан алда уҡ ҡәйнәм үҙ сәйәсәтен ҡайырҙы: бер ҡайҙа ла китмәйһегеҙ, бергә йәшәйһегеҙ, һеҙ беҙҙе көтөргә тейеш... Әммә йәштәр ҡалала төпләнергә ҡарар итте. Йәш кенә килендәшем ниндәй генә ҡарғауҙарға дусар булманы. Шул ыңғайы туҡмаҡтың бер башы беҙгә лә төшә. Ул хәлдәрҙән һуң егерме биш йыл үтте, ҡайным гүр эйәһе булып ҡалды. Хәҙер үҙебеҙ – олатай-өләсәй. Тик ҡәйнәм һаманталауҙан туҡтамай. «Игелекһеҙҙәр, мине ҡарамайһығыҙ, ҡартайғас, кәрәгем юҡ», – тип һуҡрана. Шул холҡо менән тамам биҙҙерҙе. Аҙна һайын тигәндәй барып ярҙам итәбеҙ, ҡушҡан йомошон үтәйбеҙ, һорағанын алып бирәбеҙ. Тик ниңәлер балаларының үҙ аллы йәшәүен ҡабул итә алмай».
Эйе, ҡайһы бер ата-әсә балаларының буй еткереп, башҡаланыуын ауыр кисерә. Һөҙөмтәлә быуындар араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Психологтар бының бер нисә сәбәбен билдәләй...
Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook