Башҡортостан Ҡыҙы

Үкенестәр өтмәһен үҙәкте

Байтаҡ йылдар психолог булып эшләү дәүерендә ниндәй генә яҙмышлы кешеләрҙе осратырға, уларҙың ниндәй генә аһ-зарҙарын тыңларға тура килмәне. Күпселеге күңелдән сығып, хәтерҙән юйылһа ла, йөрәккә уйылып ҡалғандары ла байтаҡ.

Илле йәште үткән, ауыл ерендә ғүмер иткән ҡатын: «Ирем менән яратышып өйләнештек. Ул колхозда эшләне, мин – магазинда һатыусы. Бер-бер артлы ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ғаилә ишәйҙе, ҙур итеп йорт күтәрҙек, киләсәккә яҡты өмөттәр бағланыҡ. Шул ваҡытта уҡ иптәшем эштән эскеләп ҡайта торғайны, әммә ярай, аҡса таба, балалар менән мине ҡыйырһытмай, тип бик үк иғтибар бирмәнем. Тора-бара холҡо бөтөнләй боҙолдо, иртәнсәк баш төҙәтергә тип араҡы таптырыуҙар, төрлө йәмһеҙ һүҙҙәр менән мине һәм ҡыҙҙарҙы әрләүҙәр йышайҙы. Улыбыҙ тыуғас, бөтөнләй аҙҙы, миңә ҡул күтәрә башланы. Эшенә бармай ятып эсә торғас, ҡыуылды. Бергә йәшәгән утыҙ йыл ғүмеребеҙҙең һуңғы егерме йылында тормош йөгөн бер үҙем тартам, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Бәлки, шул мәлдә үк айырылырға кәрәк булғандыр, әммә балаларым атайһыҙ үҫмәһен, уларҙы күрәләтә етем итмәйем тип тырыштым, тешемде ҡыҫып түҙҙем. Ҡыҙҙа­рым айыҡ атайҙы әҙерәк булһа ла күреп ҡалды, ә бына улыма атай наҙы-һөйөүе теймәне. Ирем эскән килеш мине туҡмап, ҡулымды һындырғас, улым унан бөтөнләй биҙҙе, минең атайым юҡ, тип кенә ҡуйҙы. Ҡыҙҙар мәктәпте тамамлап, өйҙән сығып китеү сараһын күрҙе, миңә ыҙаларын һалмай ғына уҡып, һөнәрле булды. Хәҙер икәүһе лә тормошта, ике ейәнсәребеҙ үҫеп килә. Һирәк-һаяҡ ҡына килгәндәрендә лә, иҫерек атайҙан әр-битәр ишетеп: «Әсәй, бының менән ниңә түҙеп йәшәйһең, айырыл, әйҙә беҙҙең менән йәшә», – тип мине йәлләп, илап ҡайтып китәләр. Бәлки, сығып та китер инем, йәшләй ҡорған донъямды ла тарҡатҡым килмәй, ҡалала уҡыған улым байрамдарҙа, каникулында үҙ өйөнә ҡайтып йөрөһөн, тип тә уйлайым. Көн дә телефондан һөйләшәбеҙ, хәлдәремде белешә, ауыл яңылыҡтарын һораша, әммә, атайым ни хәлдә, тип ауыҙ асып әйткәне юҡ. Хәҙер инде өйҙә ирем менән икебеҙ генә ҡалдыҡ, ҡайһы саҡта көндәр буйы бер-беребеҙгә бер һүҙ өндәшмәйбеҙ, өйҙәштәр кеүек йәшәйбеҙ инде. Бына шулай, ғүмерҙең күп өлөшө үткән, хәҙер инде нимәнелер үҙгәртергә һуңдыр кеүек. Ә үкенестәр үҙәкте өтә генә…»

Мөмкинселек булһа, күп кешеләр үткәнгә кире ҡайтып, хаталарын төҙәтергә теләр ине. Ваҡытында нимәнелер эшләгән йә киреһенсә эшләмәгән өсөн үкенеү беҙҙең барыбыҙға ла хас. Әммә ҡайһы берәүҙәр өсөн ул күтәрә алмаҫлыҡ йөккә әйләнеп китә, кеше үткәндәренән айырыла алмай. Шул сәбәпле ул бөгөнгө көнөн онотоп ебәрә, үкенес хистәре киләсәккә яҡты өмөт менән ҡарарға ҡамасаулай.
Был ауырлыҡты нисек йырып сығырға?
Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook