Башҡортостан Ҡыҙы

Әсәйҙәрҙең була төрлөһө

Һәр әсә үҙ балаһы өсөн иң һәйбәте, иң ғәзизе булырға теләй. Ә иң яҡшы әсәй ниндәй сифаттарға эйә икән? Быға өлгәшеү юлдары ҡайҙа? Мәҡәләбеҙҙең башында уҡ шуны билдәләү урынлы булыр: насар әсәйҙәр юҡ, улар тормошҡа, бала тәрбиәләүгә ҡарашы менән генә айырыла. Психологтар шартлы рәүештә әсәйҙәрҙе бер нисә төргә бүлә.

Әсәйҙәрҙең була төрлөһөДиктатор әсәй. Бындай әсәй булмышы менән хәрби ғәскәр башлығын хәтерләтә: ул балаһына нимә яҡшыраҡ икәнен һәр ваҡыт «белә», әйткән һүҙе һәм ҡарары, тикшерелеп тормаҫтан, шунда уҡ үтәлә. Баланың был осраҡта һайлау, үҙ аллы ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге юҡ. Ул, спорт менән шөғөлләнергә теләге ҙур булһа ла, әсәй ҡушыуы буйынса сәнғәт мәктәбенә юллана. Диктатор әсәй маҡ­тауға һаран, ә бына тәнҡит яуып ҡына тора. Яратҡан һүҙҙәре – «ярамай», «һин шулай эшләргә тейеш». Өйҙә һәр ваҡыт ҡаты тәртип. Бала уның ҡулында уйынсыҡ хәлендә ҡалыуы ла ихтимал.

Диктатор әсәй тәрбиәһендә үҫкән бала буй еткергәс тә уның йоғонтоһонан арына алмай, ниндәйҙер эште үҙ аллы башҡарған осраҡта ла, әсәһенән хуплау йә тәнҡит һүҙе көтә. Йыш ҡына үҙ-үҙенә ышанысы түбән, ҡыйыуһыҙ егет йә ҡыҙ булып үҫә. Ваҡиғалар ағышы икенсе юҫыҡҡа китеүе лә бар: иртәме-һуңмы балала бунтарлыҡ хистәре баш ҡалҡытыу ҡурҡы­нысы менән янай. Ул әсәһенең йоғонтоһонан һәм баҫымынан тулыһынса ҡотолорға ынтыла, был үҙ сиратында конфликтҡа алып килә. Мөнәсәбәттәр һыуынып, әсә һәм бала араһындағы аралашыу бөтөнләй юғалыуы ла мөмкин. Бындай күңелһеҙ эҙемтәләргә барып етмәҫ өсөн, әсәгә балаһына әҙ генә булһа ла ирек, үҙаллылыҡ биреү кәрәк. Балағыҙҙың теләгенә ҡолаҡ һалығыҙ, маҡсаттары, уй-хыялдары менән ҡыҙыҡ­һынығыҙ. Улар шулай уҡ насармы ни? Ошо турала уйланығыҙ.

Әсәйҙәрҙең була төрлөһө«Тауыҡ» әсәй йомортҡа баҫып ятҡан йә иһә себеш­тәрен бер туҡтауһыҙ ҡурсы­ған тауыҡты хәтерләтә. Уның ҡошсоғо һәр саҡ иғтибар, хәстәр менән сорналған. «Балам тормошо – минең тормошом» – тип инанған әсә барлыҡ ваҡытын сабыйына арнай, үҙенең сикһеҙ мөхәббәте менән уны «быуып алып бара».

Һөҙөмтәлә кеше йоғонтоһона бирелеп барған, үҙ аллы ҡарар ҡабул итә белмәгән инфантиль бала үҫеп етә, ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, ул һәр саҡ «ҙур сабый» булып ҡала.

Балаһынан айырылһа, бындай әсәйҙең күңелен бушлыҡ тойғоһо биләй. Ул үҙенә урын таба алмай интегә. Шуға күрә нисек тә балаһының тормошонда ҡалырға, уның хәстәрҙәрен үҙенекеләй ҡабул итеп йәшәргә тырыша. Мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы – әсәнең иғтибарын башҡа нәмәләргә йүнәлтеү. Ғүмереңде балаңа арнауҙан алда, бәлки, үҙеңә арнау урынлыраҡтыр?

Әсәйҙәрҙең була төрлөһө«Кәкүк» әсәйҙең тәрбиә нигеҙен «үҫер әле» тигән ҡараш тәшкил итә. Әсә кеше йә үҙенә мөкиббән киткән, йә карьера баҫҡыс­тары буйлап үрләй, йә шәхси тормошон яйға һалыу менән мәшғүл. Был осраҡта тәрбиәнең асылы – ашатып-эсереү һәм кейендереү. Баланың азат­лығы һәм үҙаллылығы баштан ашҡан. Мөмкинлек булһа, «кәкүк» әсәй ҙур ҡәнә­ғәт­лек менән бала ҡарауҙы өләсәй, инәй, тәрбиәсе һәм башҡалар иңенә күсерә.
Ундай шарттарҙа үҫкән сабый бәләкәйҙән үҙ аллы була: үҙе кейенә, өйҙә яңғыҙ ҡала, мәктәпкә юлды ла башҡа тиҫтерҙәре менән сағыштырғанда иртәрәк өйрәнә, ҙурая килә тамаҡ яғын да хәстәрләй. Әммә ошолар менән бергә уның ғәмһеҙ бала сағы юғала, ул ваҡытынан алда өлкәнәйә. Әсәһе тарафынан йылылыҡ, наҙ һәм мөхәббәт тоймай үҫкәс, киләсәктә уға кемделер һөйөү, кемдеңдер яратыуын ҡабул итеү ауырға тура килеүе ихтимал.

Бындай төрҙәге ханымдарға, «тауыҡ» әсәйҙәрҙән әҙ генә булһа ла өлгө алығыҙ, тип әйтке килә. Балағыҙҙың сабый сағынан, уның менән аралашыуҙан рәхәтлек, ләззәт, ҡәнәғәтләнеү тойорға өйрәнегеҙ. Ваҡыт тиҙ үтә, үҙегеҙҙе ошо бәхеттән мәхрүм итмәгеҙ!
Теоретик әсәй. Ул йөклө сағында уҡ бала тәрбиәләү тураһында әллә күпме китап һәм журнал уҡыған, бер нисә йылға алдан план төҙөгән. Интернет селтә­рендәге әсәйҙәр форумының иң әүҙем ҡатнашыусыһы. Йүргәктәге сабыйы менән төҫтәрҙе өйрәнә башлайҙар, артынса алфавитҡа һәм һандарға ла сират етә. Ике-өс йәштән сит телдәр, сәнғәт һәм спорт түңәрәктәре күҙ уңынан ысҡынмай. Был осраҡта баланың һәләте һәм теләге бөтөнләй иҫәпкә алынмауы ла ихтимал.

Тәүҙә әсәһенә ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡыймаған бала, ахыр сиктә, тормошо уныңса ҡоролмауын аңлап, дәғүә белдерә башлай. Был үҙ сиратында әсә менән бала араһында бәхәс тыуҙыра. Хис-тойғо өлкәһендә лә барыһы ла ал да гөл түгел. Аҡыл үҫеше артынан ҡыуған әсә балаһына күңел йылыһын биреп еткермәй. Бында ла уйланырға урын бар: баланан киләсәктә даһи яһайым тип бер түңәрәктән икенсеһенә сабып йөрөгәнсе, бәлки, уның теләге һәм һәләтенә ярашлы шөғөл табырғалыр ҙа ҡалған ваҡытты өйҙә, йылы ғаилә мөхитендә, йәнле һөйләшеү, аралашыу менән үткәрергәлер?

Әсәйҙәрҙең була төрлөһөЯбай әсәй. Алтын урта­лыҡты тотҡан, тәрбиәсе лә, дуҫ та, терәк-таяныс та була белгән әсә. Балаһының ҡыуаныстарын уртаҡлаша, уңышһыҙлыҡтарын бүлешә, тәрбиәүи мәлдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Сабыйының хаталарын төҙәтә, сабыр ғына ни өсөн улай килеп сыҡҡанлығын аңлата. Изгелек, яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ, эшһөйәрлек кеүек ыңғай сифаттарҙың үҫешенә булышлыҡ итә, белем алыуға, ижади яҡты үҫтереүгә лә тигеҙ ҡарай. Һөйөү-наҙын йәлләмәй, әммә балаһының шәхси тормошҡа хоҡуғы барлығын да таный.
Үҙенә ышанған, ҡыҙыҡһыныусан, булдыҡлы, өҫтөнә яуаплылыҡ ала белгән кеше булып үҫеп еткән балаһы ата-әсәһен ихтирам итә, кеселәрҙе кеселәй, ололарҙы ололай. Төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙе йырып сыға, тормошто ярата. Беҙ барыбыҙ ҙа ошондай балалар үҫтерергә ынтылабыҙ түгелме?

Ниндәй әсәй булырға, ниндәй тәрбиә алымдарын ҡулланырға һәр кем үҙе хәл итә. Тик былар баланың физик һәм психик һаулығына, күңел торошона зыян килтермәһен, бәхетле, ҡурсаулы бала сағына янамаһын! Үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа бәхетле булайыҡ!
Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Теги: Әсә Психолог





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook