Башҡортостан Ҡыҙы

Ижадында – риүәйәттәр иле

Ижадында  – риүәйәттәр иле
Нелли Аҡсурина – Өфө ҡыҙы. Бәләкәйҙән төрлө яҡлап һәләтле, ижади күңелле ҡыҙҙарын ата-әсәһе республикала билдәле музыка йүнәлешендә белем биргән мәктәпкә алып бара. Туғыҙ йыл уҡыу дәүерендә бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, мәҙәниәтен уҡытыусы Асия Яныбай ҡыҙы Исхаҡованың дәрестәрен үҙ итеп, һәр мәғлүмәтте һеңдерә бара ул. Яратҡан уҡытыусыһы ҡала ҡыҙында башҡорт тарихы һәм мәҙәниәтенә сикһеҙ мөхәббәт уята. Думбыра класында белем алған һылыу, яҡшы өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, күңеленә тағы ла нимәлер етмәүен тойоп тынғыһыҙлана, әммә уҡыуын дауам итә. «Алай ҙа мине шул мәктәпкә биргәндәр, ундағы ижади мөхит, йыр-моң илендә йәшәү әлеге булмышымды әүәләне. Бер ваҡыт уҡытыусым Лилиә Әхмәт ҡыҙы Әхмәтшина думбыраны фотоға төшөрөргә ҡушты, уны ҡалайыраҡ ҡуйһам яҡшы килеп сығыр тип, яҡтылыҡҡа иғтибар итеп, бик оҙаҡ ракурс эҙләнем. Ошоларҙы күҙәтеп торған мөғәллимә, ҡалай ихлас булышаһың, һин шәп фотограф йә рәссам була алыр инең, тип ҡуйҙы. Уның һүҙҙәре күңелемә уйылды, ниһайәт, ҡайҙа ынтылыуымды, ниңә йөрәгемә тыныслыҡ таба алмауымды аңланым. Туғыҙынсыны тамамлағас, әҙерлек курстарында уҡып, Өфө сәнғәт училищеһына индем, һынлы сәнғәт буйынса киттем. Осраҡлы хәл, шулай итеп, тәғәйенләнешемде табырға ярҙам итте. Училищела ла, академияла ла һәр дәрескә ныҡлы әҙерләнеп, белем көҫәп, мауығып, «бишле» билдәләренә генә уҡыным, бәхетле осор булды ул», – ти оҫта.
Ижадында  – риүәйәттәр иле
Башҡорт рәссамдарының ижадына һоҡланған, йәй һайын республика буйлап плэнерҙарға сығып, йәнтөйәгебеҙ һәм уның кешеләрен үҙе өсөн өр-яңынан асҡан ижадсыны бигерәк тә Әбйәлилгә барыу тетрәндерә. Ысынлап та, баш ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән байтаҡ кеше йәйҙәрен сит илдәрҙә, диңгеҙ буйҙарында уҙғара, ә үҙебеҙҙең төбәкте, уның мөғжизәле тәбиғәтен һәм кешеләрен, ғәжәп, бөтөнләй белмәй. Нелли был яҡлап бәхетле, уға буй еткергәс булһа ла, Башҡортостан тигән ерҙе асырға яҙа. Урал аръяғында ул күңеленең сикһеҙ боронғолоҡ һаҡлаған хазиналы серле порталға тоташыуын тоя. Был хис уны ошо төбәккә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итә һәм, иң ҡыуаныслыһы, ижадына йүнәлеш бирә. Йәш рәссам диплом эшен – ҡатмарлы гобелен техникаһы менән, ябай тел менән әйткәндә, йөн ептәрҙән туҡылған «Доға» тип аталған монументаль картинаһын тамашасы хөкөмөнә сығарған мәлдә үк белгестәр сәнғәтебеҙ күгендә яңы йондоҙ ҡабыныуын билдәләй.
Ижадында  – риүәйәттәр иле
Башҡорт халыҡ ижадынан этәргес алған этника стиле рәссамды халыҡҡа таныта, әммә ижадсы үҙен башҡа күп йүнәлештәрҙә лә әүҙем һәм уңышлы һынай. Бигерәк тә туҡымалар менән оҫта эш итә, ебәк тауарға үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрә, ул уйлап сығарған биҙәктәр төшкән палантиндар, күлдәктәр, пальтолар, сумкалар һәм башҡа бик күп әйберҙәрҙе бөгөн Өфө һылыуҡайҙары ғына түгел, башҡа яҡтарҙан да теләп, сиратҡа тороп алалар. Әле студент сағында уҡ ижад иткән принттарын Санкт-Петербург ҡалаһының «Узор» текстиль фабрикаһы туҡымаға баҫа. Фантазияһы ташып торған йәш ҡыҙ күберәк киң ҡоласлы, ҙур картиналар ижад итергә ынтыла, күләмле эштәре менән байтаҡ күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, тамашасы һөйөүен яулай. Һуңғы осор илдәге көрсөк һатып алыусыларға ла ныҡ тәьҫир итә, ҙур картиналар насар һатыла башлағас, бәләкәй генә форматтарҙа эшләүҙе лә үҙләштереп ала, ләкин махсус заказдар буйынса эшләргә яратмай.

...Уның эштәрендә тормоштан күсереп алынған реалистик пейзаждар, портреттар юҡ, һәр күренеште ул, хатта ысынбарлыҡ булһа ла, әкиәткә тартым итеп һүрәтләй. Нелли Аҡсурина ижад иткән донъя – серлелеге менән тартҡан риүәйәттәр иле. Йәнә лә бер яратҡан эше – фоторәсемдәр яһау. Уларҙы ул боронғоса фототаҫмаға төшөрә, шулай иткәндә генә фотола художестволыҡ була, тип иҫәпләй. Һуңғы осор уның фотоэштәре бик популяр, күптәр уны рәссамлығын ташлап, ошо шөғөл менән генә булышырға өндәй хатта. Ҡайһы өлкәгә тотонһа ла, камил ижад емештәре тыуҙырырға һәләтле һылыуға күҙ теймәһен, яҙмыш уны ниндәй юлдарҙан алып китһә лә, матурлыҡҡа хеҙмәт итеүҙән, рухиәтебеҙҙе байытыуҙан туҡтамаһын!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook