Башҡортостан Ҡыҙы

Һөтлө булһын һыйырығыҙ!

Иғтибар, яңы рубрика! Һәр төбәктә, ауылда үҙҙәренсә генә аталған тәмле-тәмле ризыҡтар була. Уларҙың нисек әҙерләнеүе хаҡында белешеп, һеҙҙе лә таныштыра барырға булдыҡ.

Борондан мал үрсетеү менән шөғөлләнгән халҡыбыҙҙа һыйыр быҙаулауы үҙе бер ваҡиға булған. Уның тәүге һөтө – ыуыҙҙан төрлө ризыҡтар бешереп, туған-тыумасаны, күрше-күләнде саҡырып һыйлау йолаһы бөгөнгәсә һаҡланған. Ҡунаҡтар һыйырҙың – һөтлө, йорттоң ҡотло булыуын теләгән. Һыйыр быҙаулағас, ыуыҙын малайға эсерһәң, киләһе йыл – үгеҙ быҙау, ҡыҙ балаға тәмләтһәң, орғасы тыуа, тип тә юрағандар. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә ыуыҙ һөтөнән ниндәй ризыҡтар бешерәләр икән?

Учалы ҡалаһында йәшәүсе Әлфиә Әбшәһитова:
– Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.
Ҡоймаҡ өсөн 1 литр ыуыҙ һөтөнә 0,5 балғалаҡ шәкәр, 0,5 балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт ҡушырға мөмкин. Бөтәһен бергә һалып туғыйбыҙ ҙа ғәҙәттәгесә ҡоймаҡ бешерәбеҙ.
Эремсек өсөн 3 литр ыуыҙ һөтөнә 1 литр ҡатыҡ кәрәк. Ыуыҙҙы ҡайнатабыҙ ҙа ҡатыҡ ҡушабыҙ. Һүрән утта тотабыҙ. Эреп сығыу менән утын һүндерәбеҙ, һарҡытабыҙ.
Һыйыр яҙын һуңыраҡ быҙаулаған да, ошондай эремсектән шишмәри (вареники) эшләйҙәр. Эслек өсөн эремсеккә ваҡлап туралған тау йыуаһын ҡушалар, тәменсә тоҙ һалалар.
Ыуыҙ һөтөнән май ҙа яҙалар, шунан әбейҙәр бер-береһен сәйгә саҡыра. Был тәғәмдәрҙе әҙерләргә миңә Учалы районының Ялсығол ауылында йәшәүсе инәйем Рәмилә Мөхәррәм ҡыҙы өйрәтте.

Нуриман районы Иҫке Күл ауылында ғүмер итеүсе Мәҙинә Хисаева:
– Беҙҙә эремсекте ошолай эшләйҙәр: 1 литр ыуыҙ һөтөнә ярты стакан самаһы һөт ҡушып, болғатмай ғына ҡайнатабыҙ. Бешеп сыҡҡанда ғына тәменсә тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ. Табынға шул килеш тә, ҡаймаҡ менән дә тәҡдим итергә мөмкин.
Ҡатлама өсөн 1 литр ыуыҙ һөтөнә 1-2 йомортҡа, 1-2 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ аҡ май, он кәрәк. Аҡ майҙы иретәбеҙ, барыһын бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Уны 0,5 сантиметр ҡалынлығында, сынаяҡ аҫты дәүмәлендә йәйәбеҙ ҙә табаға һалабыҙ. Таба майланмай. Ҡыҙыу мейестә 15 – 20 минут бешерәбеҙ.
Элеккеләр бит стаканлап-ҡалаҡлап үлсәп тормаған, барыһын да яҡынса самалап алған. Шуға рецепты үҙегеҙсә үҙгәртһәгеҙ, һис хилаф булмаҫ. Минең өсөн ҡатлама – сөсө күмәс – иң тәмле ризыҡтарҙың береһе. Бәләкәс саҡта инәйем Мәсҡүҙә Ғүмәрғазы ҡыҙының мейескә тығыр алдынан ҡамырҙың өҫтөн матурлап сәнске менән баҫҡылап сыҡҡанын күҙәтергә ярата инем.

Тәтешле районы Ҡоҙаш ауылынан Филүзә Бәшәрова:
– Йылайыр ҡыҙы мин үҙем. Был яҡ егетенә тормошҡа сыҡҡас, бөтөнләй ят тәғәм хаҡында белдем. Тәтешле халҡы өсөн төплөкәй – бик ҡәҙерле ризыҡ. Ҡалаға киткән кешеләр, «әллә нисә йыл төплөкәй ашағаным юҡ», тип һөйләргә ярата. Уны бейемем Мәрйәм Мулланур ҡыҙы менән икәүләп бешерҙек гел.
Төплөкәй өсөн 5-6 литр ыуыҙ һөтө (2-3 һауым), 7-8 йомортҡа, тәменсә тоҙ, шәкәр, 1-2 ҡалаҡ аҡ май, он кәрәк.
Һөтлө булһын һыйырығыҙ!
Ыуыҙ һөтөн көйҙөрмәй, ҡарап ҡына эремсек итеп төшөрәбеҙ. Тиҙ генә көйөп бара ул, шуға бик һаҡ эш итергә кәрәк. Эремсеккә йомортҡа һытабыҙ, тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ (мин эремсектең шәкәрлеһен яратам, күп кеше уны тоҙлораҡ итә, йәғни шәкәр ҡушмай), аҡ майҙы иретеп өҫтәйбеҙ. Йәймә өҫтөнә һалғас, аҡмаһын өсөн 1-2 ҡалаҡ он ҡушып бутайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр манный ярмаһы һала. Эслек әҙер.
Һөтлө булһын һыйырығыҙ!
Хәҙер һыу, он, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡыҫтыбый ҡамырынан ҙурыраҡ итеп йәймәләр йәйәбеҙ. Һәр береһенең бер яғын ғына табала ҡатырып алабыҙ. Шул ҡатырған яҡҡа эремсекте тигеҙләп йәйәбеҙ. Быны газ өҫтөндә бешереп булмай, сөнки эремсектең өҫтө ҡыҙарырға тейеш. «Урыҫ мейес»енең утын артҡараҡ этәбеҙ ҙә, табаны алға ултыртып, төплөкәйҙе бешерәбеҙ. Ҡыҙған мейес табалағы йәймәнең аҫҡы яғын бешерһә, ут эремсектең «йөҙөн килтерә» (ҡыҙа- рыуҙы «йөҙө килгән» тип әйтәбеҙ). Мейес ҙур булғас, ике таба ҡуйып, тиҙ-тиҙ генә бешереп була торғайны элек. Хәҙер, газ индергәс, мейестәрҙе һүттек, төплөкәйҙе газ духовкаһында бешерәбеҙ. Яраҡлашырға тура килә инде. Табаға бер нисә йәймәне һалып, духовкаға ҡуйып алабыҙ. Былай еңелерәк, әлбиттә. Тәме генә ҡайтышыраҡ кеүек. Бәлки, улай ҙа түгелдер әле, «элек...» тип һөйләргә яратабыҙ бит инде. Бешереп алған төплөкәйҙәрҙең өҫтөн майлайбыҙ.
Бына әле генә әхирәтем Тәнзилә Тәлғәт ҡыҙының һыйыры быҙауланы. Эремсек эшләп, минең менән дә бүлеште. Төплөкәй бешерҙем, ҡунаҡҡа килгән балаларымды ла һыйланым, фотоға төшөрөп һеҙгә ебәрергә лә форсат табылды.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
Филүзә БӘШӘРОВА фотолары.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook