Башҡортостан Ҡыҙы







http://dantinorm.ru/ ответы во сколько начинают резаться зубки.

Ҡараһаң көйләп, баҡсалар үҫә гөрләп

Ҡараһаң көйләп, баҡсалар үҫә гөрләп Ауылыбыҙ тәбиғәттең бик матур ерендә урынлаш­ҡан. Бер яғы – дала, икенсе яғында Һәйет тауы йәйрәп ята. Иптәшем Фаил урмансы булып эшләй, ә үҙем – ауылда китапханасы. Фотолағы ҡыҙыҡай – бәлә­кәсебеҙ Таңсулпан, уға 6 йәш. Ул да беҙҙең ярҙамсыбыҙ.
Районда беренселәрҙән булып теплицала ҡыяр үҫ­тереү менән шөғөлләнә башланыҡ. Орлоҡто махсус һатып алабыҙ. Ул ашарға ла тәмле – әсе түгел, тоҙларға ла һәйбәт. Ҡыяр йылыны, яҡтыны һәм дымды ярата, шуның өсөн ерҙең йылылығы 15-18 градус булғас сәсәләр. Йылы туп­раҡҡа ултыртылған ҡыяр 3-4 көндән шытып сыға. Уны һыйыр тиҙәгенән яһалған иретмә менән ашлайбыҙ.
Быйыл еләк тә ишелеп уңды. Баҡса еләге эре һәм тәмле булһын өсөн мыйыҡтарын ҡырҡып торорға кәрәк. Бер төптән алынған иң тәүге мыйыҡ иң көслө үрсетмә булып ҡала. Беҙҙең төбәккә ят йөҙөм дә үҫтереп ҡарарға булдыҡ. Былтыр тәүге емештәрен ауыҙ иттек. Үҙ көсөң менән эшләп тапҡан ризыҡ бигерәк татлы икән.
Лидия һәм Фаил НИҒӘМӘТОВТАР.
Хәйбулла районы, 1-се Мырҙа ауылы.


Ҡараһаң көйләп, баҡсалар үҫә гөрләпСафлыҡ һибә сәскәләр
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө була. Беҙҙең яратҡан шөғөл – баҡсасылыҡ. Күңел һалып башҡарған эш һәр саҡ емешле шул: йәйҙең башынан алып көҙгә тиклем сәскәгә күмелеп ултыр­ған матурлыҡты күреү – үҙе ҙур ҡыуаныс. Беҙҙең баҡсала иң элек ләлә сәскә ата, унан – дөр-дөр (пион), эшшольция, рауза, георгин... Һәр сәскә үҙенсә матур, әммә иң яратҡаныбыҙ – раузалар. Бәлки, уларҙы исемләп ултыртҡанғалыр? Балаларыма, ейәндәремә... – һәр ҡайһыһының үҙ раузаһы бар. Кескәй генә ейә­нем Эльдар сәскәләр ара­һында үҙенекен танып: “Мике!!!” – тиеп әйтеүен күҙәтеү үҙе ҡыуаныс. Кес­кәй генә булһа ла, матурлыҡты күрә, тоя белә!
Һәр эштең үҙ нескә­лектәре була. Раузаны үҫтереү ҙә мәшәҡәтле генә. Бигерәк тә сәскәгә бөрө­ләнгәс тә йәшел ҡорттар баҫып алыусан, ваҡытында эшкәртеп торорға кәрәк. Яҙ тупраҡты көл менән туҡландырабыҙ. Ҡышҡы­лыҡҡа әҙерләү осоронда ҡырҡып алған рауза һабаҡ­тарын ергә ҡаҙайбыҙ. Яҙ үҫентеләр баш ҡалҡыта, тик быуынынан ҡырҡып ултыртырға онотмағыҙ.

Баҡса үҫтереү – тик бер кешенең генә эше түгел. Беҙ иптәшем менән һәр саҡ бергә сығабыҙ. Күп нәмәлә ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ тап килә. Кәңәшләшеп эшләгәс, һөҙөмтәләре лә һөйөндөрә. Урам яҡ баҡсабыҙ тик сәскәләргә күмелгән. Бер йылды күрше инәй көн дә баҡсаға инеп, 15 – 20 минуттай сәскәләргә ҡарап тора торғайны. “Ҡыҙым, сәскәләрегеҙҙе күрһәм, ял итәм, күңел күтәрелеп китә”, – ти. Үҙеңә генә түгел, кешеләргә лә шат­лыҡ бүләк итеү – үҙе оло бәхет. Сәскә­ләрҙә сафлыҡ, паклыҡ, матурлыҡ сағыла бит ул!

Айһылыу МӨХӘМӘТДИНОВА.
Әбйәлил районы, Ишҡол ауылы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook


http://dantinorm.ru/ ответы во сколько начинают резаться зубки.