Башҡортостан Ҡыҙы

«Йәшәүемдең барлыҡ күркәмлеге...»

«Йәшәүемдең барлыҡ күркәмлеге...»Оло йәштә булһаҡ та, тик тормайбыҙ: баҡсабыҙҙа алма-сейә генә түгел, баланыбыҙ, йөҙөм емешебеҙ ҙә бар. Быйыл йәшелсә-емеш бик уңды, барыһы ла мул булды, шөкөр. Өй буйын уратып сәскәләр үҫтерәбеҙ. Ихата яғынан баҡсабыҙ ҙа – тик гөлдәр өсөн. Ҡар иреү менән, ләлә сәскәләре баҡсаны ҡыҙыл төҫкә күмә. Артабан – нәркәс, сөмбөл (гиацинт), ирис, дөр-дөр (пион), лилиә... Төрлө сорттан 14 төп раузабыҙ бар, бер-бер артлы кәйефте күтәрәләр. Көҙ аҙағынаса флокстарыбыҙ сәскәлә ултыра. Ҡапҡа бағаналарыбыҙҙың эсенә балсыҡ, тупраҡ һалып, сәскә ултыртабыҙ. Бына 22 йыл инде «сәскәле» бағаналар тыуған йортон һағынып ҡайтҡан балаларыбыҙҙы, ҡунаҡтарҙы сәләмләй. Баҡсалағы сәскәләремә көн дә иртән тороп сәләм бирәм – шиғы­рымды һөйләйем:

Сәскәләрем минең, сәскәләрем,
Барығыҙҙы берҙәй яратам.
Шатлыҡтарым булһа, уртаҡлашам,
Ҡайғыларым булһа, таратам.

Сәскәләрем минең, сәскәләрем,
Булғанһығыҙ бигерәк хуш еҫле.
Йәшәүемдең барлыҡ күркәмлеге
Атып ҡына килгән таң төҫлө.

Сәскәләрем минең, сәскәләрем,
Һеҙҙән йәшәү дәрте аламын.
Яҡты көндәремә рәхмәт әйтеп,
Алға табан атлап барамын.

Сәскәләрем минең, сәскәләрем,
Тәбиғәттең гүзәл гөлдәре.
Кешеләргә шатлыҡ, бүләкһегеҙ,
Иҫмәһендәр ҡайғы елдәре.

Егерме йыл элек умыртҡа һөйә­гемде һындырып, ете ай дауаханала ятырға тура килде. Хәҙер Хоҙайҙың һәр көнөнә шөкөр итеп, иптәшем менән бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйбеҙ. Матурлыҡты күрәйек, һоҡланайыҡ, көсөбөҙҙән килгәнсә үҙебеҙ булдырайыҡ!

Алма НУРИЕВА.
Саҡмағош районы, Яңы Ҡото ауылы.


Уңған туғандарым

«Йәшәүемдең барлыҡ күркәмлеге...»Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция!
Һеҙҙең «Шәп баҡсасы» бәйге­һенә һеңлем Әлфиә менән кейәүем Заһиттың Өфө янындағы баҡсаларында төшкән фотоларын тәҡдим итәм.
Һеңлем баш ҡалала 25 йылдан ашыу адвокат булып эшләй. Бик тырыш, ярҙамсыл, туған йәнле ул. Заһит кейәүебеҙ – табип. Ял көндәрен баҡсала үткәрергә яраталар. Мунса инеп, ҡалаға көс-дәрт алып ҡайталар. Төрлө емеш ағастары, йәшелсә-емешен дә үҫтерәләр. Быйыл йөҙөм емеше ишелеп уңған. «Йәшәүемдең барлыҡ күркәмлеге...»Кейәүебеҙ үҙ ҡулдары менән баҡса ҡаралтыһы эшләргә лә әүәҫ. Бына ниндәй эскәмйә эшләп ултыртҡан!

Фәрзәнә СИРАЖЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы, Ишкилде ауылы.



Бала саҡ иҫтәлеге
Беҙҙең Белорет районы – ҡы­рыҫ яҡ. Ер һуңыраҡ йылына, ҡырауҙар иртәрәк төшә. Шулай ҙа баҡсабыҙҙа үҙебеҙгә етерлек итеп барыһын да сәсәбеҙ: бәрәңге, кишер-сөгөлдөр, ҡыяр-помидор, ташҡабаҡ, мал сөгөлдөрө... Бына әле көҙ сүп үләндәрен йыйып, бер ергә түтәл итеп өйөп ҡуйҙым. Ҡыш ошо түтәлдең өҫтөнә тиреҫ һалабыҙ, ә яҙ шунда ҡауын-ҡабаҡ сәсәбеҙ. Улар ишелеп уңа, ә былтырғы сүп үләндәре сереп, ашламаға әүерелә. Йыл һайын ошолай итеп баҡсаның төрлө ерен ашлайбыҙ. Һөҙөмтәлә ҡый үләне лә бик булмай, ер ҙә йомшара.

Фотолағы ҡыҙыл сәскәләр – урман гөлдәре. Күптәр уны һабын сәскәһе тип белә. Күҙем ҡы­ҙып, тамыры менән ҡаҙып алып ҡайтып баҡсаға сәс­кәйнем, шул ваҡыттан бирле үҫә ул беҙҙә. Яңыраҡ магазинда орлоғон күрҙем – лихнис тип атала. Исеме грек теленән “шәм” тип тәржемә­ләнә икән. Сәскәләре бигерәк сағыу, уттай янып торғанға биргән­дәрҙер, моғайын, был исемде... Беҙ үҫмер саҡтарҙа һуҡыр сысҡан (беҙҙә уны төрткө тиҙәр) аулай инек. Ҡайһы берҙә үҙебеҙ менән һабын булмай ҙа ҡуя. Көнө буйы йөрөйбөҙ, төшкө ашты ашар өсөн ҡулды йыуырға кәрәк бит инде. Ана шул ваҡытта ошо ҡыҙыл гөлдөң сәскәһен өҙәбеҙ ҙә ҡул йыуабыҙ, ул һабын кеүек күпереп китә ине. Хәҙер был сәскәләр баҡсабыҙҙың йәме булып ултыра, бала сағымдың яҡты иҫтәлеге лә улар...
Сара ШАФИҠОВА.
Белорет районы, Арышпар ауылы..


Гөл-сәскәлә баҡсаһы
«Йәшәүемдең барлыҡ күркәмлеге...»Һәр ауыл үҙенең уңған кешеләре менән данлы. Беҙҙең Билал, Һәмәндә лә ауылдаштарын һоҡландырып йәшәгән ғаи­ләләр етерлек. Күптән түгел ауылда, артабан Баймаҡ ҡалаһында «Сәскә­ләрҙә – күңел нурҙарым» исемле конкурс үтте. Һәмән ауылынан ҡәйнәле-киленле Зимфира һәм Рәйлә Кинйәбулатовалар, хеҙмәт ветераны Фәриҙә Асҡарова, уҡытыусы Рима Мырҙина, Билалдан Зөлфиә Аблаева ҡатнашты.

Һәмән ауылында йәшәүсе Рима Рим ҡыҙы Мырҙина хаҡында айырым әйтеп үткем килә. Ул юғары белемле, Билал мәктәбендә башланғыс кластар уҡыта. Һәмән ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Яратҡан шөғөлдәре – китап уҡыу, бәйләм бәйләү, гөл-сәскәләр үҫтереү, шиғыр яҙыу. Шиғырҙары матбуғат биттә­рендә даими баҫылып килә. Баҡса­һының ғына түгел, Билал мәктәбе ихатаһының да гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуында Рима Рим ҡыҙының өлөшө ҙур. Нимәләр генә эшләмәгән ул бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡалаҡтарҙан! Көршәктәрҙән эт, бесәй, иҫке биҙрәләрҙән әбей, шыйыҡ май менән һуттарҙың пластик һауытынан төрлө йәнлектәр... Беҙ барғанда ла ул баҡсаһында мәж килә ине. Мәктәп баҡсаһындағы матурлыҡты ла уҡыусылары менән Интернеттан, китап-журналдарҙан ҡарап башҡарған. «Эшкә тотонғас, өр-яңы идеялар тыуа. Кеше һоҡланған һайын дәрт тә арта, – ти Рима Рим ҡыҙы. – Кәрәкмәгән әйберҙәр урам буйы тулып, ҡый булып ятҡансы, матур бер нәмәгә әйләнеп, күҙҙе иркәләһен, тип тырышам. Бер нәмәне лә ташларға ашыҡмайым, иң алда, бынан нимәләр эшләргә була әле, тип уйлап алам».
Булдыҡлы уҡытыусы уҡыусыларын да матурлыҡты күрә белергә, оҫталыҡҡа өйрәтә. Рима Рим ҡыҙы кеүек уҡытыусылар булғанда, матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр.

Райхана БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook


Букеты из гиацинтов.