Башҡортостан Ҡыҙы

Ҡужан мөғжизәһе

Ҡужан мөғжизәһе Йәйге сәйәхәтебеҙҙә Әбйәлил тарафтарына юл төштө. Һәр кем ҡунаҡтарға атайсалының ғорурлығы булған матур ерҙәрҙе күрһәтергә ынтылыусан. Бындағы дуҫтарыбыҙ ҙа беҙҙе үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары янына алып китте. Шулай итеп, Башҡортостаныбыҙҙың тағы бер мөғжизәһе – өлтөк ҡарағастарҙы күрергә насип булды. Тыуған тәбиғәтен ҡурсыған, төбәгенең тере тарихы булған ғәжәйеп ханым Клара Хатап ҡыҙы Абдуллина менән танышыу ҙа күңелдәрҙә яҡты хәтирә булып уйылды.

...Ҡасандыр, меңәр йыл элек, халыҡ Ҡош юлы буйлап күсеп йөрөгәнендә ярты юлды үтеүен ошо ҡарағастарға ҡарап билдәләгән, имеш. Тағы ла, борон ошо ерҙәрҙә бик бай кеше йәшәгән дә үҙенең тирмәһе тирәләй матурлыҡ өсөн был үҙенсәлекле ағастарҙы Австралиянан килтертеп ултыртҡан, тигән легенда ла бар...

...Әйтеүҙәренсә, ун бер төп ҡарағасты өҫтән ҡарағанда, ул күк йөҙөндәге ниндәйҙер йондоҙлоҡто ла хәтерләтә... Был ҡарағастар әллә нисәмә йөҙ йылдар элек һыу аҫтында үҫкән, тигән фараз да йәшәй. Ошо ерҙәр тулыһынса диңгеҙ булған һәм күркәм ағастар шул замандан ҡалған. Уларҙы хәҙер үрсетеп булмаясаҡ, үҫһәләр ҙә, һыу аҫтында ғына үҫәсәктәр, имеш. Был һүҙҙә дөрөҫлөк тә барҙыр, бәлки, сөнки дуҫтарыбыҙ Ҡужан ауылы эргәһендә һарыҡсылыҡ комплексы өсөн нигеҙ ҡаҙғанда диңгеҙ ҡабырсаҡтары табылыуы хаҡында ла бәйән итте...
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Әбйәлил районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook