Башҡортостан Ҡыҙы

Башҡорт сәхнәһе алиһәһе

Башҡорт сәхнәһе алиһәһе
СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Гөлли Мөбәрәковаға – 80 йәш


…Гөлли Мөбәрәкова – XX быуат аҙағы – XXI быуат башындағы башҡорт театрының төп көстәренең береһе. Ҡабатланмаҫ ижадлы актриса, режиссер һәм данлыҡлы педагог, ярты ғасырҙан артыҡ сәнғәткә фиҙакәр хеҙмәт иткән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы мәртәбәле байрамын тос емештәр менән ҡаршыланы.

Актриса һәр эшен оло һөйөү менән иҫкә ала, ҙур йә бәләкәй ролдәр булмай, ти. Халыҡ хәтерендә ул тыуҙырған Шәфәҡ һәм Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә», М. Кәрим), Хафаса («Әсәләр көтәләр ул­дарын», Ә. Мирзаһитов), Зөмрәт («Нәркәс», И. Йомағолов), Ғәлиә («Тапшырылмаған хаттар», Ғ. Ҡотой), Гөлнәзирә («Салауат», М. Кәрим), Агазия («Ташлама утты, Прометей!», М. Кәрим), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт», М. Кәрим), Алиман («Әсә, Ер-Әсә», С. Айытматов) һәм башҡа бик күп образдар мәңгелеккә уйылып ҡалды.

1978 йылда Мостай Кәрим пьесаһы буйынса режиссер Б. Халзанов төшөргән «Ай тотолған төндә» фильмында Гөлли Арыҫлан ҡыҙы уңыш ҡаҙана. Режиссер булараҡ та театр сәхнәһендә үҙен һынап ҡарай. Оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытып, тотош бер тулҡын булып сәхнәгә сыҡҡан артистарҙы әҙерләүгә өлгәшә. Әле лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнауын дауам итә. Быйыл йәй йәш режиссер Ф. Утарбаеваның «Ҡырағай» фильмында Әсә ролендә киноға төштө...

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.


Теги: Гөлли Мөбәрәкова





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook