Башҡортостан Ҡыҙы

Итле ризыҡтар

Итле ризыҡтар
Иттең файҙаһы һәм зыяны хаҡында бәхәстәр һуңғы йылдарҙа туҡтамай. Ни генә тиһәң дә, ит башҡорт аш-һыуында электән ҙур урын алып торған, бөгөн дә ул төп аҙыҡтарыбыҙҙың береһе булып ҡала. Ҡыштың һалҡынында ҡоротлап йылы һурпа эсеү, бишбармаҡ ашау ни тора!


Ташҡабаҡлы запеканка
700 грамм үткәрелгән ит, 600 грамм ташҡабаҡ, 1-2 помидор, 1 баш һуған, 3 йомортҡа, 50 грамм сыр, тәменсә тоҙ, борос, тәмләткестәр, үҫемлек майы кәрәк.
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа, майлы табаға һалып, ҡыҙҙырып алабыҙ. Үткәрелгән итте ҡушабыҙ, ҡыҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. Тоҙ, борос, тәмләткестәр өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Һыуынғас, йомортҡаны туғып ҡушабыҙ.
Ташҡабаҡты нәҙек кенә итеп оҙонсалай ҡырҡабыҙ ҙа майлы табаның төбөнә теҙеп сығабыҙ. Тоҙ һибәбеҙ. Үткәрелгән итте һалабыҙ. Өҫтөн ташҡабаҡтың ҡалған өлөшө менән ҡаплайбыҙ. Сыр һәм помидор киҫәктәре менән биҙәйбеҙ ҙә 180 градусҡаса эҫетелгән мейескә ярты сәғәткә оҙатабыҙ.
Мейестән алғас, бер аҙ ғына һыуынғанын көтәбеҙ ҙә, киҫәктәргә бүлеп, табынға бирәбеҙ.

Картуф һәм баклажан менән
600 грамм һыйыр ите, 3 баклажан, 600 – 800 грамм картуф, 2 кишер, 1-2 татлы борос, 200 грамм сыр, 2-3 теш һарымһаҡ, 2 балғалаҡ әҙер гәрсис, 3-4 ҡалаҡ соя соусы, 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, ҡара борос, киптерелгән райхан тәмләткесе, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Итте ҡоротоп турайбыҙ. Гәрсис, соя соусы, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, төйөлгән борос, иҙелгән һарымһаҡ һалып болғатабыҙ ҙа берәй сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Баклажанды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ ҙа, тоҙ һибеп, ултыртып торабыҙ. Ярты сәғәттән бүленгән һутын түгәбеҙ.
Картуфты әрсейбеҙ ҙә түңәрәкләп киҫәбеҙ, райхан тәмләткесен, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ.
Майланған табаға ҡатлап баклажан, шунан ҡырғыстан үткәрелгән кишер, артабан ит, картуф, тағы ла баклажан, ваҡ итеп туралған татлы борос һалабыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ яғабыҙ ҙа ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Ҡурғаш (фольга) менән ябабыҙ, тик сырға тейҙермәйбеҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә бер сәғәт бешергәс, ҡурғашын алабыҙ ҙа 20 минут тағы эҫе мейестә тотабыҙ. Табынға йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп тәҡдим итәбеҙ.

Тәмле «оя»лар
1 килограмм үткәрелгән иткә 1 кишер, 1 баш һуған, 10 йомортҡа, 4-5 киҫәк икмәк, 1 стакан һөт йәки һыу, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Үткәрелгән иткә һөттә йәки һыуҙа ебетелгән икмәк, ваҡ итеп туралған һуған, ҡырғыстан үткәрелгән кишер ҡушабыҙ. Тоҙ менән борос өҫтәп, 2 йомортҡа һытабыҙ ҙа яҡшылап бутайбыҙ. Итте 8 өлөшкә бүләбеҙ.
Табаны майлайбыҙ. Үткәрелгән иттең һәр өлөшөн йомарлап табаға урынлаштырабыҙ. Урталарында соҡор яһайбыҙ ҙа һәр береһенә йомортҡа һытып һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ.
200 градус эҫелектәге мейестә 50 минут самаһы бешерәбеҙ. Быҡтырылған йәшелсәләр йә башҡа төрлө гарнир, соус менән тәмле була.

Тоҙло кәбеҫтәле щи
700 грамм ит, 300 грамм тоҙло кәбеҫтә, 600 грамм картуф, 4 кишер, 1 баш эре һуған, 1 шәфәри йә ҡуянтубыҡ (бүтбүлдек, пастернак) тамыры, тәменсә тоҙ, борос, 1 лавр япрағы кәрәк.
Итте 1,5 сәғәт бешергәс, алып турайбыҙ ҙа кире һурпаға һалабыҙ.
Картуф турап һалабыҙ, ул 5 – 7 минут бешкәс, тоҙло кәбеҫтә ҡушабыҙ. 10 минуттан табала ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды өҫтәйбеҙ. Шәфәри йә ҡуянтубыҡ тамырын ваҡ итеп турап ҡушабыҙ, тоҙ, борос һалабыҙ ҙа әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Аш-һыу Итле ризыҡтар Ҡулыңдан һөйөн





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook