Башҡортостан Ҡыҙы

Актрисанан файҙалы ризыҡтар

Актрисанан файҙалы ризыҡтарБашҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара БУРАНБАЕВА яҡындарын тәмле генә түгел, файҙалы ла ризыҡтар менән һыйларға ярата. Ҡәҙерлеләре өсөн һый-ниғмәтте һәр саҡ үҙе бешерә, кибеттән әҙер тәғәмдәрҙе алыуҙы бөтөнләй хупламай. «Өйҙөң йәме – тәмле аш-һыуҙа, бәлеш һәм ҡоймаҡ еҫе аңҡып тороуында», – ти ул.

Актрисанан файҙалы ризыҡтар
Һуған ҡабығы өҫтөндә бешкән балыҡ
3 скумбрия балығына 1 лимон, 5-6 бөртөк ҡара борос, 3-4 лавр япрағы, 4-5 теш һарымһаҡ, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, 3 баш һуғандың ҡабығы кәрәк була.
Лимондың һутын һығып алабыҙ (балыҡты биҙәргә бер нисә киҫәген ҡалдырабыҙ). Зәйтүн майы, тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ, лавр япрағын һалып болғатабыҙ. Таҙартып әҙерләнгән балыҡты ошо маринадта 2 сәғәт тотабыҙ.
Таба төбөнә ҡурғаш (фольга) йәйәбеҙ, һуған ҡабығын тигеҙ итеп һалып сығабыҙ. Өҫтөнә махсус ҡағыҙ (пергамент) йәйәбеҙ ҙә балыҡтарҙы урынлаштырабыҙ. Балыҡ өҫтөнә лимон киҫәктәре ҡуябыҙ һәм ҡурғашты төрәбеҙ. 180 – 200 градусҡаса эҫетелгән мейестә 40 – 45 минут бешерәбеҙ.
Һуған ҡабығы балыҡҡа ҡабатланмаҫ хуш еҫ биреүе менән үҙенсәлекле.
Аштарығыҙ тәмле, файҙалы булһын!
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги: Сара Буранбаева Аш-һыу




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook