Башҡортостан Ҡыҙы

«ТЕЛЕКАФЕ»ҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!!!

«ТЕЛЕКАФЕ»ҒА  РӘХИМ ИТЕГЕҘ!!!Өфөнөң Дан бульварында урынлашҡан «ТЕЛЕКАФЕ» инде биш йыл дауамында уңышлы эшләп, ҡала халҡының ғына түгел, райондарҙан килгән, сит төбәктәрҙән ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың да хөрмәтен һәм рәхмәтен яулап өлгөргән. Кафе үҙ ҡунаҡтарын телде йоторлоҡ ҡамыр ризыҡтары, тәмле торттар, һаулыҡ өсөн файҙалы башҡорт милли тәғәмдәре менән генә һыйлап ҡалмай, ә ихлас күңел байрамы ла бүләк итә. 90 һәм 40 кешегә иҫәпләнгән күркәм залдар ғаилә кисәләре, балаға исем, никах туйҙары, тыуған көн, юбилей мәжлестәре үткәреү өсөн бик уңай. Ҡәҙерлеләрен һуңғы юлға оҙатҡандарға ла йолаһына тап килтереп табын ҡоралар бында. Кафела үҙ һөнәренә яуаплы ҡараған һәм һәр эште юғары кимәлдә башҡарған оҫталар эшләй.

Заказға ла төрлө йылы аш, емеш-еләк һәм ит бәлештәре, торт, пицца һәм башҡа ризыҡтар бешертеп алырға мөмкин. Өфө буйынса өйгә хәтлем алып барып биреү яйы ла ҡаралған. Ғашиҡтар махсус романтик рухта биҙәлгән икәү өсөн генә ҡоролған кинотеатр залында бәхетле һәм онотолмаҫ минуттар кисерә ала. Заманса проектор һәм ҙур экран менән йыһазландырылған Конференц-зал эшлекле һөйләшеү, түңәрәк өҫтәл, ғилми семинарҙар ойоштороу өсөн ҡулайлаштырылған.

Кафеның хужаһы – Баймаҡ егете Альберт Cәйетов һәм уның һөйөклө хәләл ефете Дилара ҡунаҡтарын тәмле итеп һыйлар, матур кәйеф һәм өй йылыһы менән һуғарыр өсөн бөтә ҡомарын һәм ижади хыялын эшкә егә.

Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6-сы йорт, «ТЕЛЕКАФЕ»
Телефондар: +79603938417, 8 (347) 298-46-98
https://vk.com/club89029083


Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook