Башҡортостан Ҡыҙы

Өләсәйемдең боронғо яҙғы аштары

Өләсәйемдең боронғо яҙғы аштары
– Бәндә лә еңеләйеп ҡала, шәбәйеп китә ул үлән тамыры нығынғас. Аллаға шөкөр, ауыл тирәһендә зыян-зара юҡ. Донъя йәшеллеккә күмелергә тора инде, – тип ауыл хәлдәре менән таныштырҙы өләсәйем Сафура Ишмөхәмәт ҡыҙы. Ҡәнәғәтлеге тауышына сыҡҡан. Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеп, һарғылт ҡына йәшел төҫ ала барыуы ҡыуандыра торғандыр. Һуңғы арала үлем-китем хәбәре йыш ишетелде шул, унынсы тиҫтәне ваҡлағанда үҙеңдән байтаҡҡа йәшерәктәрҙең фани донъяны ташлап китеүе хаҡында белеүе еңел түгелдер. Был хәтлем ғүмер эсендә күпме күргән, күпме кисергән – үҙе генә белә. Һуғыш башланыуы хаҡындағы хәбәр килгәндә ун өс йәштә генә була ул. Бар нәмә фронтҡа, тип тырышып эшләгән аслы-туҡлы ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өсөн ана шул яҙын морон төрткән үләндәр, ысынлап та, ҙур мәғәнәгә эйә булған, өмөт алып килгән, һөйөндөргән. Йәшеллеккә аяҡ баҫтыҡ, тимәк, йәшәйбеҙ әле! Урмандан һарына ҡаҙып алып ҡайтҡаны, балтырған, кесерткәндән аш бешергәндәре, мин танымаған тағы әллә ниндәй үләндәрҙе йәшел килеш ләззәтләнеп сәйнәгәндәре инде онотола төшкән. Йәмле яҙҙың бер көнөндә балтырған йыйып алып ингәс кенә теле асылды, унан боронғоса аш бешереү серҙәре менән бүлеште өләсәйем.

Ыумаслы балтырған ашы
1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Танһыҡ ҡына хуш еҫе, танауҙы ҡытыҡлап, бар өйгә тарал-а-а... Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар!.. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына итеп тураһаң, ул ашта беленмәй, был бигерәк тә бәләкәс балалары булған ғаиләлә иҫәпкә алына – йәш әсәләр мине аңланы инде... Ай, шунда бер арала тоҙ ҙа өҫтәргә кәрәк ине бит! Уныһын инде һәр кем үҙенсә эшләй – кемдер баштан уҡ һала, кемдер иң аҙаҡтан өҫтәй. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон.

Хәҙер инде тәрилкәләргә ҡойоп, өҫтөнә һуған ҡыяғы турап, әнис һибеп, берәр ҡалаҡ ҡаймаҡ һалырға ҡалды. Телеңде йоторлоҡ! «Майлап ашаһаң, сабата башы ла тәмле була», – тип көлдөрә өләсәйем. Һәр нәмәнең төбөнә төшөргә яратҡан улым был үҫемлектең русса атамаһы менән ҡыҙыҡһына. «Борщевик» тип аталғанын белгәс, моғайын, уны элек сөгөлдөр ашына һалып бешер­гәндәрҙер, тигән һығымтаға килә. Интернеттан «соҡоноп», ҡайһы бер Европа илдәрендә уны «айыу табаны» тип йөрөткәндәрен дә белдек.

Яҙын өс тапҡыр балтырған ашын ашаһаң, шифаһы бер йылға етә, тиҙәр беҙҙең яҡта. Ризыҡты төрләндереү файҙалы шул. Балтырғанды, кесерткәнде ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуям мин. Уны йыуып, һыуын ҡоротам да, турап, ҡапсыҡтарға бер бешерерлек кенә самалап һалам. Ят еҫ һеңмәһен өсөн яҡшылап бәйләйем. Әйткәндәй, мотлаҡ нимә һалынғаны, ҡайһы йылда йыйылғаны яҙылған ҡағыҙ тығам: барыһы ла иҫтә ҡалыр кеүек тә, алда башланмаған йәй бар бит әле, ни хәтлем йәшел үлән, йәшелсә-емеш туңдыраһы бар. Буталып китеп, аҙаҡтан һәр төйөнсөктө асып ҡарап ултырғансы, баштан уҡ иренмәй генә яҙып ҡуйыуға етмәй инде. Ҡышҡы һалҡында өйҙә яҙ еҫе аңҡытып, ошондай тәмле аш бешереп ашау үҙе ни тора! Яңы йылдан һуң оҙон-оҙаҡ ялда, тәмле-татлы, майлы-майонезлы турамаларҙан ялҡып киткәндә, туңдырғыстағы йәшел тоҡсайҙарҙы иҫкә төшөрәһең дә тиҙ генә аш бешереп ебәрәһең. Эйе, мин был ашты бик тиҙ бешерелгән ризыҡтар иҫәбенә индерәм, ярты сәғәттә әҙер була ул. Ҡыш көнө уны итле һурпаға һалырға ла мөмкин.
Үләндәрҙе шулай уҡ киптереп, тоҙлап та һаҡлайҙар. Ә әле, аш-һыуыбыҙҙы төрләндереп, тағы ла ошондай тәғәмдәрҙе әҙерләп ҡарайыҡ.

Турамалар
* 200 грамм ҡуҙғалаҡ, 1 әсе алма, ярты услам йәшел һуған, 20 грамм шәфәри үләне, 3-4 редис, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 150 миллилитр ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, әнис кәрәк.
Алманы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, редисты ярымҡулсалап турайбыҙ, үләндәрҙе ваҡлайбыҙ. Барыһын бергә ҡушабыҙ, тоҙ менән иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ.

* 120 грамм юл япрағы, 50 грамм кесерткән япрағы, 1 баш һуған, 50 грамм керән тамыры, 1 йомортҡа, 1-2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, алма һеркәһе кәрәк.
Япраҡтарҙы бешекләп һарҡытабыҙ, уларҙы эрерәк итеп киҫәбеҙ. Һуған, бешкән йомортҡаны ваҡ итеп турап һалабыҙ. Керәнде ҡырып өҫтәйбеҙ. Ҡаймаҡҡа аш һеркәһе, тоҙ ҡушабыҙ ҙа турамаға һалып бутайбыҙ.

* 1 услам салат япрағы, 2 ҡыяр, 6 редис, 3 йомортҡа, 125 грамм йомшаҡ сыр, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ, ярты лимон, тәменсә төйөлгән ҡара борос, йәшел һуған, тәмләткес үләндәр, тоҙ кәрәк.
Салат япраҡтарын ҡул менән ваҡлайбыҙ. Редисты түңәрәкләп ҡырҡабыҙ, ҡыярҙы, йомортҡаны турайбыҙ. Йәшел үләндәрҙе, һуғанды ваҡ итеп киҫәбеҙ. Барыһын бергә бутайбыҙ. Сырҙы сәнске менән ыуып иҙәбеҙ, үҫемлек майы, иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, борос, лимон һуты өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Турамаға ҡушып бутайбыҙ.

* 100 грамм бәпембә япрағына 4 ҡалаҡ грек сәтләүеге, 1 ҡалаҡ бал, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк.
Бәпембә япрағын 20 минут самаһы тоҙло һыуҙа тотоп алабыҙ ҙа (әсеһен бөтөрөр өсөн) ҡоротабыҙ һәм турайбыҙ. Ваҡланған сәтләүек ҡушабыҙ. Үҫемлек майына бал өҫтәп болғатабыҙ ҙа турамаға һалып бутайбыҙ.

* Бер услам ҡаҡы, 2 картуф, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Ҡаҡының таҙартылған һабағын турайбыҙ, бешкән картуф киҫеп өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос, үҫемлек майы һалып бутайбыҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.


Теги: Ҡулыңдан һөйөн





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook