Башҡортостан Ҡыҙы

Хыял ҡошо барһын оҙатып

Хыял ҡошо барһын оҙатыпХыялдар, өмөттәр йәшәтә кешене, дәрт бирә, ҡанатландыра. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевизион каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәте алып барыусыһы Гүзәл МӨХӘМӘТЙӘНОВА журнал уҡыусы­ларыбыҙға үҙенең хыялдарын, ниәттәрен асып, яратҡан ризыҡтарын да бешерергә өйрәтә.

«Сәнғәт академияһында эстрада артисы һөнәренә уҡыным, – тип һүҙ башлай Гүзәл. – 11-се синыфта белем алғанда «Һылыуҡай» матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашҡайным, әйткәндәй, шунан һуң «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тышында һүрәтем сыҡты!.. Шулай ҙа мин – ауыл балаһы. Төркөмөбөҙҙә күптәр иһә – ҡаланан, махсус музыка белемле ине. Улар фортепиано артына ултырһа, эргәләренән китмәйем, ҡабат-ҡабат һорап уйнатам. Шул тиклем әҫәрләнәм ошо моңдан! Үҙемдең уйнарға теләгем көслө ине, шулай ҙа был хыялды тормошҡа ашырмағанмын. Бына хәҙер ҡыҙҙарымды мотлаҡ музыка мәктәбенә бирәм, тип ниәт ҡороп йөрөйөм. Нәзәкәтле кейенгән ҡыҙыҡай, арҡаһын төҙ тотоп, фортепианола уйнай... Был хыял һүнмәгән әле...»
Хыялына эйәреп, Гүзәл турамаһын да рояль рәүешендә эшләгән.

«Аҡ рояль» турамаһы
150 грамм аҙ тоҙланған һөмбаш балығы (семга), 3 йомортҡа, 3 картуф, 1 баш һуған, 300-400 грамм сыр, ярты стакан майонез, 2 ҡалаҡ алма һеркәһе, биҙәр өсөн зәйтүн емеше кәрәк.

Һөмбаш балығын ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Бешкән йомортҡа менән картуфты әрсеп, ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турап, 5 минут алма һеркәһендә тотоп алабыҙ ҙа һарҡытабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, майонез ҡушабыҙ һәм ипләп кенә бутайбыҙ, шунан ҙур яҫы тәрилкәгә дүртмөйөш рәүешенә килтереп һалабыҙ. Бер яғынан буйлап өҫтөнә «баҫҡыс» яһайбыҙ – роялгә оҡшатабыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәреп, өҫтөн тулыһынса ҡаплайбыҙ. Нәҙек, тигеҙ итеп ҡырҡылған сыр киҫәктәренән – аҡ клавиша, ә зәйтүн емештәренән ҡара клавишалар эшләйбеҙ. Балыҡтың нәҙек кенә киҫәктәрен урап, раузалар теҙәбеҙ ҙә роялдең өҫтөн биҙәйбеҙ. Тирә-яғына йәшел тәмләткес үләндәр һалырға ла була. Берәй сәғәт һыуытҡыста тотоп алабыҙ.
Байрам өҫтәленә иҫ киткес матур турама әҙер.

Үҙе бешергән ашамлыҡтарға ҡарағанда, әсәһенең хәстәрлекле ҡулдары әҙерләгән ризыҡтарҙы нығыраҡ ярата Гүзәл. Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылы ҡыҙы бала сағын шулай хәтерләй: дәрестән ҡайтыуына әсәһенең әҙерләп киткән йылы ризыҡтары көтә. Төшкө аш мәлендә эшенән йүгереп ҡайтып, самауырын ҡайната, тәмле һый-ниғмәтен бешереп, һыуынмаһын өсөн төрә лә түшәк аҫтына ҡуйып китә торған була ул. Әсәйһеҙ үҫкәс, Мәрйәм апайҙың үҙенә бындай бәхет тәтемәй, шуға ла бәләкәстәренең бала сағын бәхетле итеп хәтерҙә ҡалдырырға теләй. Әле лә өс ҡыҙы һәм улы ҡайтыуын һағынып көтә, тәмлекәстәрен әҙерләп ҡуя. Йыл һайын Яңы йылда йыйылып, бөтәһе бергә ултырып билмән эшләү ғаиләне берләштергән йолаға әүерелгән. Берәүһенең эсенә ҡамыр һалып, киләһе йылда «иң бәхетле» буласаҡ кешене лә билдәләйҙәр.

Гүзәлдең ҡәйнәһе Дәриға апай ҙа балалары өсөн йәнен бирергә әҙер. Бер нисә йыл элек Баймаҡ районынан Өфөгә күсеп килгән. Тәмле-татлыһын әҙерләп, көндәре эштә үткән улы менән киленен, ейәнсәрҙәрен кисен саҡырып һыйлауҙан кинәнес ала. «Ханым» тип аталған итле ураманы унан да оҫтараҡ бешергән кеше юҡ, – ти Гүзәл. – Нәҙек кенә ҡамыры ауыҙҙа иреп тора, эслеге лә ифрат тәмле». Уға яҡыныраҡ булһын тип, үткән йылда фатирҙарын да күрше йорттан алғандар. Бына шулай татыулыҡта, серҙәрен уртаҡлашып, бер-береһенә ярҙам ҡулын һуҙып йәшәйҙәр.

«Әсәйемә, ике апайыма һалышыпмы, бик иркә үҫмәһәм дә, артыҡ бешеренә белмәй инем. Был һөнәргә студент булып, үҙ аллы тормош алып бара башлағас ҡына өйрәндем, – ти Гүзәл. – Әле лә улар менән кәңәшләшеп торам. Бына был пиццаны бешерергә лә Айгөл апайым өйрәтте. «Ябығырға теләгәндәр өсөн пицца» тип атайым уны».

Ҡамырһыҙ пицца
1 тауыҡтың түш ите, 200 грамм сыр, 2 помидор, 2 картуф, 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ майонез, 10 бөртөк консерваланған зәйтүн емеше, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк.

Тауыҡ итен ит турағыстан йәки блендерҙан үткәрәбеҙ ҙә ҡайнар майлы табаға һалабыҙ. Утты артыҡ ҡыҙыу итмәйбеҙ. Өҫтөнә нәҙек кенә ярымбалдаҡлап ҡырҡылған помидор киҫәктәрен теҙәбеҙ. Майонез яғабыҙ. Уның өҫтөнә ярымбалдаҡлап туралған һуған һалабыҙ, бешкән картуфты ҡырғыстан үткәреп һибәбеҙ. Тағы ла майонез яғабыҙ. Артабан ҡырғыстан үткәрелгән сыр, балдаҡлап туралған зәйтүн емештәрен һалабыҙ. Ошонан һуң өҫтөн ҡаплайбыҙ ҙа яй ғына утта 10 минут самаһы тотабыҙ.
Әҙер пиццаны киҫәктәргә бүлеп, тәрилкәләргә һалабыҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги: Ҡулыңдан һөйөн





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook