Башҡортостан Ҡыҙы

Һөйөү ҡасан беҙҙән ҡаса?

Һөйөү ҡасан беҙҙән ҡаса?Донъяны баҫып һалҡын октябрь ямғыры яуа. Ел тәҙрә янындағы ҡайындың һуңғы япраҡтарын өҙгөләй. Ҡаршымда ултырған Әминә исемле йәш ҡатын, һөйләшеүҙән бүленеп, тышҡа күҙ ташлап ала. «Ҡояш мәңгегә киткән, ахыры», – ти ул, ҡара болотло күккә ишаралап. Тәбиғәттең йонсоу торошо утыҙ йәшен саҡ тултырған гүзәлдең күңел халәтенә тура килә. Хәйер, берәү ҙә Әминәгә утыҙ йәш бирмәҫ. Ҡиммәтле оҫтала килешле итеп киҫтерелгән ҡыҫҡа сәсе, зауыҡлы кейеме, күркәмлеген билдәләп, тағы ла нәзәкәтлерәк итә. Ул хоҡуҡи һәм иҡтисади белемгә эйә, ҙур ойошмала абруйлы белгес һанала, яҡшы хеҙмәт хаҡы алып эшләй, бының менән генә сикләнмәйенсә, оҫталығын камиллаштыра бара. Ләкин ҡыҙ матурлығын да, һөнәри уңыштарын да, ғөмүмән, үҙенең ҡаҙаныштарын, ыңғай яҡтарын бер ни урынына ла күрмәй. Гел эсе бошоп йөрөй. Сөнки һаман үҙен бәхетле итер кешене осратмаған. Ул кешене эҙләү, мотлаҡ табыу йәшәү мәғәнәһенә, маҡсатына әйләнгән.

– Ниндәйерәк булырға тейеш һуң һин көткән ир-егет?
– Аҡыллы, матур, көслө, изге күңелле, бай. Мине ҡурсаларлыҡ батыр ҙа булһын үҙе.
– Бөтә яҡлап та килгән батырҙар әкиәттә генә түгелме?
Әминә, сумкаһынан сығарып, бер егеттең һүрәтен күрһәтә.
– Дүрт йыл элек ташлаштыҡ. Хыялымдағы кеше ине. Өйләнде инде, балаһы бар, – ти уфтанып. Ул араларҙың бөтөнләйгә өҙөлөүен асыҡ аңлай һәм һыуынып өлгөргән, күңелен «ҡайтыр» тигән ялған ышаныс менән албырғатмай. Ләкин тап уның кеүек сибәр ҙә, яҡшы ла булған, аҡсалата ярҙам иткән, аҡыл өйрәткән, яҡлаған ир-атты осратыу бар уйын биләгән. Әминәнең күңелен яуларға ынтылған көслө заттар араһында был сифаттарҙың бөтәһен бергә туплаған егет солтаны юҡ. Шулай булғас, ҡыҙ береһенә лә ҡарамай. Үҙе уйлап сығарған иң камил кеше менән һөйөп-һөйөлөп йәшәү хыялынан баш тартыуҙы күҙ алдына ла килтермәй.

Әлбиттә, һәр беребеҙ мөхәббәттә йәшәргә, ғүмер юлын аҫыл кеше менән үтергә теләй. Шул уҡ ваҡытта кемдер килеп беҙҙе бәхетле итер, тип көтөп ултырыуҙың үҙе үк беҙҙе бәхетһеҙ итеүе, был донъяла игеҙәктәй бер-береһен ҡабатлаған, ғөмүмән, фәрештәләй кешеләр булмауы тураһында һүҙ башлайым. Ләкин күҙаллауҙары сиктәренән сығырға теләмәгән ҡыҙ мине ишетмәй, һөйләшеүгә әҙер түгел. Хыялға ныҡ бәйләнеп, ысынбарлыҡтан ҡасҡанда яҙмышты матур итеп үҙгәртерлек күпме мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындыра әҙәм балаһы...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «ул килер ҙә күңелһеҙ донъямды йәйғор төҫтәренә күмер» тип, аҡбуҙаттағы принцты көтөүсе ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн күп.

Ни өсөн идеаль ир-атты эҙләүҙән туҡтарға кәрәклектең биш кенә сәбәбен атап үтәйек.

*Буш өмөттәргә бирелеп, улар ғүмер уҙғанын һиҙмәй. Әминәгә лә егерме йәш түгел, утыҙ. Йылдар барған һайын тормош юлдашы һайлау мөмкинлеге сиклерәк.

*Хыялда йәшәгән камил йәр менән хушлашыу – беренсе осраған йәки яратмаған, йә булмаһа һеҙгә лайыҡ булмаған кешегә кейәүгә сығыу тигән һүҙ түгел, ә ир-атҡа, мөнәсәбәттәргә ҡарашыңды үҙгәртеү, икенсе төрлө әйтһәк, тар ҡалыпҡа һалған образды «бер аҙ төҙәтеү». Бөтә нәмә йәшен тиҙлегендә үҙгәргән заманда йәшәйбеҙ, хыялда ла «һығылмалыраҡ» булыу кәрәк, әгәр ул оҙаҡ аҡланмаһа.

*Һеҙгә берәү ҙә оҡшамай икән, артыҡ ҙур талаптар ҡуймайһығыҙмы, тиергә урын бар.

*Әкиәттәге батырҙы көтөүселәрҙең иң ҙур хатаһы – «уны тапһам, бөтәһе лә гел ал да гөл булыр» тип уйлау. Йәнеңдең яртыһын осратҡан хәлдә лә, баллы айҙан һуң уҡ мөнәсәбәттәр ҙур күңел хеҙмәте һалыуҙы талап итә. Хыялдағы образ көнкүрештә йыш ҡына селпәрәмә килеүсән.

*Һеҙҙе яҡын күргән, әммә хыялығыҙҙың ниндәйҙер пунктына тап килмәгән егеттәрҙең барыһына ла ҡырт киҫеп, яңы тәьҫораттар, яңы кисерештәр, яңы тәжрибә алыуҙан баш тартаһығыҙ. Һеҙҙе көлдөргән, ҡыуандырған, әлеге мәлдә һеҙҙең менән булырға теләгән егеткә күҙ һалығыҙ. Яҡшы ир ул камил ир түгел. Яҡшы ир – ул камиллыҡтан йыраҡ, әммә һеҙҙе ысынлап баһалаған, бәхетле итергә теләгән кеше. Күрмәй үткәреп ебәрмәгеҙ.
Резеда НАГАЕВА,
юғары категориялы табип-психотерапевт.


Теги: Психолог




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook